Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Декабрь 2024, 21:34

Ихлас күңелдән

“Изге яҙылыу” акцияһы дауам итә. Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары - финанс идаралығы начальнигы Илфат Йәүҙәт улы Хәмитов акцияға ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан биш яугирҙең ғаиләһен 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына “Даирә” гәзитенә яҙҙыртты.

Ихлас күңелдән
Ихлас күңелдән

- Эстафетаны ихлас ҡабул иттем. Сөнки акция барышында батыр яугирҙәрҙең ғаиләһен гәзиткә яҙҙыртыу ул яугирҙәрҙең ғаиләләренә иғтибар бүлеү, бүләк эшләү булып тора. Яҙылыусылар гәзит аша район тормошо, уның яңылыҡтары, эшһөйәр кешеләре, өлгөлө ғаиләләре тураһында уҡып беләсәк. Ә яугирҙәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
“Изге яҙылыу” акцияһына теләгән һәр кем ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың, аҙ тәьмин ителгәндәрҙең ғаиләләренә район гәзиттәрен бүләк итә ала.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: