Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
5 Декабрь , 14:05

Беҙҙекеләр еңеүселәр араһында

Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡортостан Республикаһының региональ һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен сағылдырған иң яҡшы уҡыу-методик комплекты” республика конкурсының йомғаҡлау этабы үтте. Был конкурс быйыл тәүге тапҡыр ойошторолдо.

Беҙҙекеләр еңеүселәр араһында
Беҙҙекеләр еңеүселәр араһында

Конкурстың маҡсаты - Башҡортостан Республикаһының региональ һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен сағылдырған иң яҡшы уҡыу-методик комплектын эшләгән авторҙарҙы һәм автор коллективтарын билдәләү, мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларында туған телде уҡытыу буйынса методик базаны камиллаштырыу ине.
Был конкурста районыбыҙ уҡытыусылары - Ефремкин мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Юлдашбаева һәм Мөкәй мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәниә Ишҡаринаның “Дәүләт (башҡорт) теле һәм туған (рус теле булмаған) телдәрҙе уҡытыу буйынса уҡыу-методик комплект” номинацияһында еңеүсе тип табылыуы ҡыуаныслы яңылыҡ булды.
Яҡташтарыбыҙ БР Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы һәм аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.
Ижади эшләүсе уҡытыусыларға артабан да ижади үрҙәр, яңы асыштар теләйбеҙ.
Нәркәс Ҡоҙаҡаева.

 

Лилиә Юлдашбаева:

- Проекттың етәксеһе - Мөкәй урта белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Фәниә Ишҡарина. Мин сооавтор. Милли мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә Милли ресурс үҙәге конкурс иғлан иткәс тә, әсәйем менән ҡатнашырға булдыҡ. Эште иң тәүҙә эш дәфтәренән башланыҡ, сөнки унда ниндәйерәк эш төрҙәре инеүен әҙерәк күҙаллай инек. Эш дәфтәрен эшләп бөткәндән һуң һәр дәрескә тәғәйен видеояҙма эшләү идеяһы барлыҡҡа килде. Һәр дәрестең темаһын асҡан дәреслекте, буямдарҙы ла шул эш барышында параллель башҡарҙыҡ. Шулай итеп, күләме буйынса ҙур ғына проект килеп сыҡты. Уҡыу-уҡытыу методик комплект рус мәктәптәрендә белем алған беренсе класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Уны телмәр үҫтереү өсөн өҫтәмә ҡулланма булараҡ та, өҫтәмә белем биреү өсөн дә ҡулланып була. Конкурс ике этапта үтте. 14 ноябргә тиклем эштәрҙе тапшырҙыҡ. 27 ноябрь эштәрҙе яҡлау этабы үтте. Конкурс шарттарына яраҡлы дүрт номинацияла дүрт еңеүсе ҡаралған. Беҙ Фәниә Ҡасим ҡыҙы менән “Дәүләт (башҡорт) теле һәм туған (рус теле булмаған) телдәрҙе уҡытыу буйынса уҡыу-методик комплект” номинацияһында еңеүсе булдыҡ.

Ни өсөн проекттың исеме "Әтиләү"ме? Өләсәйем бәләкәй саҡта гел ят ҡына әкиәттәр һөйләй ине. Шуларҙың береһе Әтиләү исемле малай тураһында ине. Был әкиәтте бер сығанаҡтарҙа ла күргән булманы. 2021 йылда “Аҡбуҙат” журналында шул әкиәтте баҫтырып сығарҙыҡ. Был проектты эшләй башлағас та исеме шунда уҡ “Әтиләү” булды ла ҡуйҙы.
 

 

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: