Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
25 Октябрь , 09:31

Осоусы ағай

“Осоп йөрөй”, - тигәстәр миңә был кеше тураһында, нисек осоп йөрөй икән, яңылыш ишеттемме икән, тигән уйҙарға сумғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Х ат­та, боронғо әүлиәләрҙең осоп йөрөүҙәре тураһында уҡығандар ҙа иҫкә төштө.

Осоусы ағай
Осоусы ағай

Урындағы халыҡ телендә Таҡтағош тип йөрөтөлгән Яңы Бишауыл ауылында йәшәүсе Венер Абдуллин ҡарап тороуға ябай ғына кеше күренһә лә, ысынлап та осоп йөрөй икән дә.

- Осоп та күрһәтер инем, был көндәрҙә рөхсәт ителмәй шул, - тип ҡаршы алды ул беҙҙе.

Ошо ауылда тыуып үҫкән Ве­нер Кәшфулла улы Иҫке Бәпес ауылы мәктәбен тамамлағандан һуң иретеп-йәбештереүсе, трак­торсы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡандан алып “МТС”та ком­байнсы булып эшләй. Әле был хеҙмәт урынын ҡалдырғанына дүрт йыл. Әңгәмәләшкән саҡта билдәле булыуынса, Венер Аб­дуллиндың ҡулынан килмәгән эше юҡ.

- Нимәгә тотонһам да эшләй алам да ул, ваҡыт ҡына еткереп булмай, - ти ҡул оҫтаһы был ту­рала үҙе лә.

Ә мин инде тиҙерәк үҙемде иң ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирергә ашығам. Ҡасан оса башланығыҙ, ни өсөн осорға булдығыҙ, тигән һорауҙарыма:

-Иҫке Бәпестә уҡығанда Әнүәр Ғүмәр улы Кинйәғолов тигән уҡытыусы физиканан уҡыта торғайны. Ул авиамодел­дәр эшләү буйынса түңәрәк тә алып барҙы. Унда беҙ үҙ ҡулда­рыбыҙ менән тракторҙар һәм башҡа күп нәмәләр эшләнек. Был түңәрәктә шөғөлләнеү миңә ныҡ оҡшай ине. Бына шунан алып ошо шөғөл менән ҡыҙыҡһына башланым да инде. Шулай уҡ атайым Кәшфул­ла Шәмсетдин улы ла балта оҫтаһы булды. Әсәйем Рима Мансур ҡыҙы уңған хужабикә. Ата-әсәйем ике һеңлемде һәм мине эшкә өйрәтеп үҫтерҙеләр, - тигән тулы яуап алдым.

Әйткәндәй, Венер Абдул­линдың улы Эльвир ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергән һәм Стәр­летамаҡта эшләй. Стәрлетамаҡ педагогия университетын та­мамлаған Юлиә ҡыҙы ғаиләһе менән Яңы Уренгой ҡалаһында йәшәй, ике ҡыҙ үҫтерә.

Осоу темаһын дауам итеп, артабан бер-бер артлы яуҙырған һорауҙарым да яуапһыҙ ҡалма­ны.

- 2006 йылда оса башланым. Парамоторҙы үҙем эшләнем. Моторҙарын Италиянан заказ буйынса алдырҙым. Мин эшлә­гән парамоторҙарҙың һаны 7-8 булып киткәндер. Һәр ваҡыт камиллаштыра, ҡатмарлашты­ра барам. Йортом янынан осоп китәм дә, шул урынға уҡ килеп төшәм. Уның менән самолет­тағы һымаҡ идара итеп була. Минең кеүек осҡан кешеләрҙе һәр саҡ аэропорттан күҙәтеп, һин остоңмо тип шылтыратып һорашып торалар. Әлбиттә, махсус рөхсәтһеҙ һауаға күтәре­лергә ярамай. Башҡортостан сиктәрен урап сығырға тигән хыял менән йәшәйем, тик әлегә иптәш таба алмайым. Бындай осоу аппаратын күптәр һатып алалар, тик осорға ҡурҡалар. Ә ҡайһы бер осорға теләктәре булғандарҙың парамотор һатып алырға мөмкинлеге юҡ. Һатып алам тиһәң, ныҡ ҡыйбатҡа төшә шул.

Тәүҙән үк осорға ҡурҡһаң, бер ҡасан да оса алмайһың. Осор өсөн иң тәүҙә аэропортта өс ай­лыҡ курс үтергә кәрәк. Ундағы инструктор барыһын да өйрәтә. Элегерәк район Һабантуйында бер нисә тапҡыр осҡаным бул­ды. Республика буйынса төрлө байрамдарға ла саҡырып тора­лар.

Ел булмаған көндө 13 литр­лы бак бензин менән бер туҡта­майынса дүрт сәғәт ярым осорға була. Мин үҙем иң оҙағы өс сәғәт тирәһе остом, 4 000 метр бейеклеккә тиклем күтәрелгә­нем бар. Һауала аҙашһаң, бөт­тө тигән һүҙ. Бейектән, хатта, үҙеңдең ауылыңды ла танып булмай. Мин оса башлаған ғына саҡтарҙа координаттар күрһәтә торған приборҙар юҡ ине. Шу­лай, элегерәк бер аҙаша яҙҙым. Ауылды урап тик йөрөйөм. Шу­нан түбәнәйеп, Алайғыр тигән яҙыуҙы уҡығас, саҡ әйләнеп ҡайттым. Ярай, бензин бөтөп өлгөрмәне.

Бер осһаң, осҡо килеп кенә тора, тик бер үҙеңә генә ҡыҙыҡ түгелерәк. Башҡортостанда бындай осоусылар аҙ, барлығы 20-25 тирәһе кешелер, - тигән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре менән бүлеште ул.

Әлеге көндә Венер Абдуллин үҙенең яратҡан һөнәре буйынса эшләй, аэропортта төрлө эштәр башҡара.

Парамоторҙы беҙгә күрһәтеү өсөн гаражын асып ебәргәй­не, унда үҙе эшләгән техника­ларҙы күреп, тағы хайран ҡал­дыҡ. 2018 йылда ул үҙ ҡулдары менән бәләкәй генә танкка оҡ­шап торған гусеницалы вездеход эшләп ҡуйған. Һыуҙа ла, ҡарҙа ла, бысраҡта ла батмаған был мөғжизәле техниканы күптәр заказға ла эшләтеп ала икән. Батып ултырған машиналарҙы һөйрәп сығарыу өсөн бик тә йә­теш. Шулай уҡ ул былтыр аэро­сана эшләй башлаған.

- Эшләмәгән әйбер ҡал­мағандыр ҙа инде. Йәш саҡтан уҡ тракторҙар йыйҙым, - тип таныштырҙы ул үҙенең тырыш хеҙмәт һөҙөмтәләре менән.

Техника ене ҡағылған, оҫта ҡуллы, шул уҡ ваҡытта осорға һәләтле Венер Абдуллинды үҙемсә “осоусы ағай” тип ата­ным да ҡуйҙым.

Яратҡан шөғөлөгөҙҙө киләсәктә тағы ла үҫтереп, ирешелгән һөҙөмтәләрҙә генә туҡталып ҡалмайынса, алға та­бан барырға яҙһын, маҡсат-хы­ялдарығыҙ тормошҡа ашһын, тип ысын күңелдән теләйбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Осоусы ағай
Осоусы ағай
Осоусы ағай
Осоусы ағай
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: