Ғәфүр Ғирфанов - Шәрипҡол ауылы егете. Әрме хеҙмәтен үтәгәндә 1979 йылда Афғанстанға инергә тура килә. Бында грантометсы булып хеҙмәт итә ул. 1980 йылда яуҙарҙың береһендә батырҙарса һәләк була яҡташыбыҙ. Яугир-интернационалист үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Шәрипҡолдар ауылдаштарының батырлығы тураһында онотмай. Әлеге волейбол турнирына төрлө ауылдарҙан йыйылған спортсылар ҡатнашты. Алты команда араһында Олокүл ауылы командаһы - 1-се урын, Ҡарлыман ауылы командаһы - 2-се урын, Иҫкебәпестәр - 3-сө урын, Үтәгәндәр - 4-се, Шәрипҡолдар 5-се, Яңыҡыйышҡылар 6-сы урындарҙы алды.
Яҡшы уйын күрһәткән Фидан Зәбир улына, Аяз Әнүр улына, Вадим Борис улдарына афарин тип әйтәһе генә килә! Турнирҙың иң яҡшы һөжүм итеүсеһе тип Хөсәйенов Өлфәт танылды!
Иң йәш уйынсы - Бәпес ауылы командаһынан, иң яҡшы һаҡсы Олокүл уйынсыһына бирелде!
Зөлфәр Хөсәйенов.