Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Ғинуар , 16:34

Йыл табибы

Уның тураһында табиптың хеҙмәттәштәре ҡыуанып һөйләй.

Йыл табибы
Йыл табибы

Йыл табибы

Боҙаяҙ амбула­торияһының юғары квалификациялы та­бибы Ләлә Мәүлето­ва үҙ эшен намыҫлы башҡара. Ул әлеге көндә бер үҙе өс те­рапевт участкаһын һәм көндөҙгө стаци­онарҙы етәкләй. Ләлә Рифҡәт ҡыҙының бар эштәре лә тәртипкә һалынған. Диспан­серизация эшен дә ул күптән яйға һалған һәм һәр ваҡыт план буйынса ваҡытында башҡарыуға ирешә. Был турала табиптың хеҙмәттәштәре ҡыуанып һөйләй.

Ләлә Мәүлетова 35 йыл халыҡ һаулығы һағында тора. 1988 йыл­да медицина институтын тамамлағас, Прибельский, Красноусольск һәм Өфө дауаханаларында эшләй. 1994 йылдан алып Боҙаяҙ амбула­торияһында хеҙмәт итә.

- Эшемде яратам һәм бар күңелемде биреп башҡарам. Яҡташта­рымды Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым һәм барыбыҙ өсөн дә иң мөһим булған – сәләмәтлек теләйем. Сәләмәт булыу өсөн ваҡытын­да диспансеризация үтеп торорға кәрәк. Шулай уҡ илебеҙҙә тыныс­лыҡ булһын, - тигән изге теләктәрен еткерә Ләлә Рифҡәт ҡыҙы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: