Башҡортостандан ошо абруйлы конкурста «Мисс Республика-2022» титулын яулаған Алина Ризуанова сығыш яһай. Һылыуҡайға 23 йәш, Ауырғазы районында тыуып үҫкән, Өфө фән һәм технологиялар университеты магистранты.
- Унда төрлө илдәрҙән 62 ҡыҙ ҡатнаша. Алина Башҡортостанды күрһәтә, төбәктәр исеменән беҙ һәм Ҡытайҙың ике төбәге генә, ҡалғандары - илдәр, - тип хәбәр итте «Башинформ»ға модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.
Конкурс ваҡытында проектта ҡатнашыусылар өсөн бай программа әҙерләнгән: фотоға төшөү, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ төрлө сараларҙа ҡатнашыу.
Гүзәллек конкурсы бик күп артистар һәм тамашасылар ҡатнашлығында, ил хөкүмәте булышлығында уҙғарыла.
Автор:Ләйлә Аралбаева