Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Декабрь 2023, 12:10

95 йәшлек инәй яугирҙәргә бирсәткә бәйләй

 - Гитлер бит алды кәрәген, быныһы ла аласаҡ. Беҙҙең уландар еңеү менән ҡайтасаҡ, Алла бирһә! - ти ул.

95 йәшлек инәй яугирҙәргә бирсәткә бәйләй
95 йәшлек инәй яугирҙәргә бирсәткә бәйләй

- Гитлер бит алды кәрәген, быныһы ла аласаҡ. Беҙҙең уландар еңеү менән ҡайтасаҡ, Алла бирһә! Бөйөк Ватан һуғышында бирешмәгәнде, хәҙер нишләп бирешеп торайыҡ, ти?! Шундай көслө ил башлығы, яугирҙәргә ярҙам итергә атлығып торған халҡыбыҙ бар, - тип, Баймаҡ ҡалаһынан 95 йәшлек Мөбинә инәй Яхина ҡулындағы өс бармаҡлы бирсәткеһен бәйләй-бәйләй хәтирәләргә сумды...

Мөбинә инәйҙең атаһын 1937 йылдың декабрендә төнгө сәғәт берҙә алып сығып китәләр. Ябыуһыҙ, асыҡ машина өҫтөндә бер төркөм ир-егеттәр менән бергә ул билдәһеҙлеккә сума һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Йылдар уҙғас ҡына атаһының исемен аҡлап, хәл-ваҡиғаға дөрөҫлөк индерәләр. Әсәһе береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Ул ваҡытта бәләкәстәренә ни бары бер генә йәш була. Мөбинә инәй, баш була булараҡ, әсәһе менән бергә донъя көтөргә, бәләкәс ҡустылары Әмир менән Рәжәпте тәрбиәләп үҫтерергә бар тырышлығын һала.

- Дүртебеҙ бер юрған аҫтында йоҡлай торғайныҡ, - тине Мөбинә инәй. - Малайҙар үҫә бара беҙҙән тартыла башланы. Шуға күрә әсәйем, иҫке фуфайкаларҙы һүтеп, шуларҙан юрған эшләп бирҙе. Бер ҡанат аҫтында үҫкән ҡустыларым менән тормошта ла бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәнек. Әмир ғүмер буйы механизатор булып эшләне. Төрлө тракторҙарға “ыһ” та итмәй ултырып китә торғайны. Рәжәп ҡустым лесник булды.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Мөбинә Сибәғәт ҡыҙына 13 йәш тула. Тиҫтерҙәре менән бер рәттән ул да колхоз эшенә егелә.

- Иң ауыры ҡышҡыһын ағас бысыу ине, - тине инәй. - Бөрйән районына диләнкәгә бара торғайныҡ. Ике ҡыҙ бергә ҡул бысҡыһы менән бысып ағасты ауҙарабыҙ, өсөнсөбөҙ ботаҡтарын турай, ағастың ҡайырыһын юнып ала. Шулай таҙартмаһаң, һал менән ағыҙғанда аҡмай аптырата бит. Ул йылдары беҙҙең колхозға мең кубометр ағас әҙерләргә план бирелә ине. Уны ҡайҙа ебәргәндәрҙер, беҙгә билдәһеҙ. Норманы үтәргә тырышып, иртә таңдан ҡара кискә тиклем ҡулдан бысҡы төшөрмәнек. Биш колхоздан йыйылған эшселәр күмәкләшеп ике яҡлап урындыҡ һалынған һыуыҡ баракта яттыҡ. Икеһе ике яҡта урынлашҡан сыуал баракты йылытып та өлгөрмәй ине. Өҫтөбөҙ лыс һыу була торғайны. Кейемде аҫтыбыҙға түшәп ятабыҙ, шулай ул тән йылыһына һурыға торғайны. Бер-беребеҙгә һыйынышып ятып йоҡлай инек. Берәй сәбәп менән тороп китһәң, урынһыҙ ҡалаһың. Ә бит шундай шарттарҙа йәшәп эшләһәк тә, бер кем зарланманы. Бөтәбеҙ ҙә фронт өсөн, Еңеү өсөн тип тырыша инек.

Мөбинә инәй ҡыш айҙары Бөрйән урманында ағас бысһа, яҙлы-көҙлө колхоз эшендә йөрөй. Һарыҡ көтөүен көтә. Бер шулай һалҡын көҙ айҙары бергә эшләгән иптәш ҡыҙы менән Темәстән Баймаҡтағы заготконтораға һарыҡтар ҡыуа сыға. Ләкин ҡапыл ҡарлы ямғыр яуып, һауа торошо боҙола. Яланаяҡ булғанлыҡтан, икеһе лә туңып ҡата. Сереккүлгә килеп, шунда ҡуналар. Иртәгеһенә Баймаҡҡа етеп, һарыҡтарҙы тапшыралар. Арттарынан һыбай килеп еткән бригадир ҡабул ителмәгән ике һарыҡтың береһен сала һалып, аслыҡтан, һыуыҡтан йонсоған ҡыҙҙарға бешереп ашатып, ҡотҡарып ҡала. Шунан һуң ғына бер аҙ хәл алған ҡыҙҙар ҡайтырға юлға сыға.

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән 95 йәшлек инәй яугирҙәргә өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләй.

- Һуғыш ваҡытында һәр өй башына һалым һалына торғайны, - тип хәтирәләрен дауам итте Мөбинә инәй. - Һыйырың, тауығың бармы-юҡмы – уға ҡараманылар. Мотлаҡ 8 килограмм иретелгән май, 45 килограмм ит, 100 дана йомортҡа тапшырырға тейеш инек. Атайһыҙ үҫһәк тә, әсәйем йыл да һалымды һуңлатмай, ваҡытында түләп килде. Һуңғараҡ, үҫә төшкәс, һауынсы булып эшләй башланым. Фәғилә Урмантаева еңгәй һыйыр һауырға өйрәтте. Ҡул менән һауа инек. Әле нығынып та етмәгән бала беләге нисек түҙгәндер? Хәҙер ҙә аптырайым. Бармаҡтарҙың көсө етмәй, быуындар шешеп китә торғайны. Әҙләп-әҙләп кенә һөт эсеп, туҡлана инек. Һарығын да, кәзәһен дә һауа торғайныҡ. Шул да беҙҙе ҡотҡарғандыр инде. Ул саҡтарҙы иҫемә төшөрһәм, бөгөн дә илағым килә.

Мөбинә инәй әйткәндәрен дәлилләп, һауынға тиклем әсәһе менән бергәләп бесән сабыуға өмәгә йөрөүҙәрен һөйләне. Көндөҙ колхоз малына аҙыҡ әҙерләһәләр, иртә таң менән эшкә тиклем күршеләр бер-береһенә алмашлап бесән әҙерләүҙә ярҙам күрһәткән. “Һаҡмар йылғаһы буйында үлән шул ҡәҙәр шәп үҫә торғайны. Ҡолас ташлап, салғыларҙы һелтәп, сабып китер инек. Ул ваҡытта халыҡ илгә килгән ауырлыҡты бергә күтәрҙе. Фронттағылар алғы һыҙыҡта булһа, беҙ, балалар, ҡарт-ҡоро, тылда хеҙмәт иттек. Әле быуыны нығынып та етмәгән балалар ололар менән бер рәттән эшләй торғайныҡ. Бөйөк Еңеү шулай яуланды. Бөгөн дә беҙ бергә. Яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә бөтә халыҡ күтәрелгән. Шуға ла ҡыҙымдың әхирәттәренә ҡушылып, хәлемдән килгән тиклем булышлыҡ итәйем, тип ҡулыма энә, еп алдым. Әле ике бирсәткә бәйләнем. Өсөнсөһөн башланым. Быныһы ейәнемә булыр, тип инселәнем. Миңә 95 йәш булһа ни? Ҡарыуым әле бер ҙә ҡайтмаған, хатта ғына эшкинеп ултырам”, - тип инәйебеҙ башҡаларға ла дәрт өҫтәп таҡмағын әйтеп ебәрҙе:

“Маладис ҡулдарыңа,

Маладис ҡулдарыңа.

Аллы-гөллө сәскә атһын,

Йөрөгән юлдарыңа...”

Мөбинә Яхина бөгөн Баймаҡ ҡалаһында Венера ҡыҙында йәшәй. “Беҙ бергә!” акцияһы иғлан ителгәс тә Венера Әминева әхирәттәре Мәрйәм Бикмәтова, Вәсилә Янбаева, Гөлгенә Вәхитовалар менән йыйылып, йылы ойоҡ, өс бармаҡлы бирсәткә бәйләй башлайҙар. Бирсәткәләр эсенә доғалыҡтар, бетеүҙәр эшләп һалалар. Махсус хәрби операция башланғас та “Ғаилә” үҙәгенә бетеүҙәр эшләп тапшырғандар.

- Беҙҙең дә яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар бар. Уларға күңел йылыһы һалып бәйләгән бирсәткәләр тыуған еренән алыҫта йөрөгән ир-егеттәребеҙгә көс, ғәйрәт өҫтәһен, - ти оҫта ҡуллы, изге күңелле апайҙар.

- Колхозда һарыҡ көткән ваҡытта һиҙҙермәй генә йөндәрен йолҡоп, оҙон ҡуңыслы йылы ойоҡтар бәйләп ала торғайныҡ, - тине Мөбинә инәй. - Шул ваҡыттарҙа уҡ мине әсәйем бәйләмгә өйрәткән ине. Шул ваҡыттан алып үҙ ғүмеремдә күпме ойоҡ, бирсәткә эшләгәнемде иҫләмәйем дә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла ҡыҙҙар, апайҙар менән кис ултырып бәйләм бәйләнек. Хәҙер бына тағы ла йыйылабыҙ. Кем уйлаһын тарих шулай ҡабатланыр тип...

Әйткәндәй, апайҙарҙың барыһы ла дин юлын үҙ иткән. Улар матур теләктәрен теләй-теләй бәйләмгә тотона. Шундай күңел йылыһы һалып бәйләнгән әйберҙәр ҡалҡан булып, яугирҙәребеҙҙең һаулығын, ғүмерен һаҡлаһын.

Фото һәм текст сығанағы: Лилиә Таҡаева.

Автор:
Читайте нас: