Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
13 Декабрь 2023, 16:39

Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына тоннанан ашыу бал оҙатылды

Стәрлетамаҡ районы умартасыһы Рөстәм Резбаев махсус хәрби операция зонаһына тоннанан ашыу йүкә балын оҙатты. Яҡташыбыҙҙың яугирҙәргә ярҙам итеүе тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына тоннанан ашыу бал оҙатылды
Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына тоннанан ашыу бал оҙатылды

Рөстәм Резбаев - Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры кәңәшсеһе. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ул төбәктең тәжрибәле умартасыларының береһе, ошо өлкәлә 40 йыл эшләй.

«Был һөнәрҙең нескәлектәренә Рөстәм Резбаев Башҡортостан ауыл хужалығы институтында һәм Рязань өлкәһенең Рыбное ҡалаһында Бөтә Союз умартасылыҡ институтында төшөнгән, һуңынан күп йылдар Иглин районындағы Оло Теләк умартасылыҡ тәжрибә станцияһында эшләгән, - тип яҙа Радий Хәбиров. - Хәҙер уның үҙ хужалығы бар. Тәүҙә 50 бал ҡорто ғаиләһе булһа, әле 660. Предприятиела бал эшкәртеү һәм фасовкалау өсөн заманса ҡорамалдар бар. Яҡташыбыҙҙың тырышлығы менән башҡорт балы, уның тәме, юғары сифаты һәм шифалы үҙенсәлектәре тураһында Канада, Америка, Ҡытайҙа ла беләләр. Киләсәктә умартасы Ҡытай Халыҡ Республикаһында үҙенең бал һатыу компанияһын асырға ниәтләй».

2023 йылда Рөстәм Резбаевтың хужалығында 25 тонна татлы ризыҡ етештерелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала быйыл бөтәһе 6 мең тонна бал йыйылған.

«Һауа шарттары бик шәптән булмаһа ла, лайыҡлы һөҙөмтә», - тип билдәләне республика етәксеһе.

 

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-13/bash-ortostandan-mahsus-h-rbi-operatsiya-zona-yna-tonnanan-ashyu-bal-o-atyldy-3563941

 

Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына тоннанан ашыу бал оҙатылды
Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына тоннанан ашыу бал оҙатылды
Автор:
Читайте нас: