Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Ноябрь 2023, 15:52

Ҡаҙ майынан һабын һәм кер порошогы яһай

"Йомшаҡ, файҙалы, ҡул тиреһен дә ҡоротмай. Хәҙер һабын һәм кер порошогы һатып алғаныбыҙ юҡ", - ти ағай.

Ҡаҙ майынан һабын һәм кер порошогы яһай
Ҡаҙ майынан һабын һәм кер порошогы яһай

Татарстандан Фәрит Вахитов пенсияға сыҡҡас яңы һөнәр үҙләштерә башлай. Шифалы үләндәр йыя, баҡса үҫтерә. Күпләп ҡаҙ ҙа тота. Уларҙың итен ыҫлау өсөн махсус бүлмә лә йыһазландырған.

Ҡаҙҙар үрсеткәндә майы ла күп сыға, 120 баштан 60-70 литр май алған ваҡыттар бар, ти ул. Тап-таҙа, тәбиғи май бит инде. Ағай интернеттан ҡарап, унан һабын, порошок яһарға булғанын белә. Өйрәнеп, шуларҙы яһай башлай.

Ҡаҙ майынан булғас, һабын йомшаҡ та, файҙалы ла, тирене лә ҡоротмай икән. Башта туғандарына, таныштарына бүләк рәүешендә эшләгән. Тора-бара тәбиғи продукцияға һорау артҡан. Һәм Фәрит Вахитов йәрминкәләргә алып сығып, һата башлаған.

– Башта аҙ-аҙлап ҡына яһап ҡараным. Сеймал табыу ҙа ауырыраҡ ине. Хәҙер серенә төшөндөм. Һабында ҡаҙ майына һелте ҡушып эшләйем. Еҫе тәмле булһын тип, мәтрүшкә лә ҡушып ебәрәм. Ғәҙәттә, һабын 20 көндә әҙер була. Сифатлы булһын өсөн, һауа температураһының йылы булыуы мотлаҡ. Порошоктың составы һабындыҡынан айырылмай тиерлек, балалар порошогына иһә сәй содаһы һалам. Үҙем яһағандан алып порошок һатып алғаныбыҙ юҡ, – ти оҫта.

Авторы: Зөһрә Садиҡова.

Илдар Мөхәмәтйәнов фотоһы.

Сығанаҡ: https://vatantat.ru/2021/05/55027/

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-11-20/a-mayynan-abyn-m-ker-poroshogy-ya-ay-3527508

 

Автор:
Читайте нас: