Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Октябрь 2023, 09:27

Төпсән оҫтаһы һалабаш һала, йүкә йыуғыс әҙерләй

Илшат Иҙрисов боронғо кәсепте тергеҙеп ебәргән.    

Төпсән оҫтаһы һалабаш һала, йүкә йыуғыс әҙерләй
Төпсән оҫтаһы һалабаш һала, йүкә йыуғыс әҙерләй

Халҡыбыҙың онотола барған шөғөлдәренең ҡайтанан тергеҙелеүе, уның менән шөғөлләнгән оҫталарҙың булыуы ҡыуаныслы. Күгәрсен районының Төпсән ауылында йәшәгән Илшат Иҙрисов  һалабаш һалып, йүкә йыуғыс әҙерләй.

-Экологик яҡтан таҙа булған йүкә йыуғысты әсәйҙәр ҡашығаяҡ тирәһендә, мунса ингәндә ҡулландылар. Мейес, өй аҡларға бумала ла шул йүкәнән булды. Атайҙар иһә йүкәне һуғым һуйғанда, ит түшкәләрен бәйләү өсөн ҡулландылар. Септә үреп алыр инеләр. Ата-бабаларыбыҙ һөнәре онотолмаһын! - тип хәбәр итә Төпсән ауылы мәҙәниәт йорто төркөмөнән.

Афарин, Төпсән ауылы оҫтаһы!

Фото: Төпсән ауылы мәҙәниәт йорто төркөмө.

Автор:Карима Усманова

 

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2023-10-22/t-ps-n-o-ta-y-alabash-ala-y-k-yyu-ys-erl-y-3488315

 

Төпсән оҫтаһы һалабаш һала, йүкә йыуғыс әҙерләй
Төпсән оҫтаһы һалабаш һала, йүкә йыуғыс әҙерләй
Автор:
Читайте нас: