Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Октябрь 2023, 14:57

“Муравей” кафеһы - һеҙҙең өсөн!

Илебеҙ ауыр һынау кисергән мәлдә, районыбыҙ халҡы ла юғалып ҡалманы. Олоһонан алып кесеһенә тиклем махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеүгә тотондо. “Муравей” кафеһы хеҙмәткәрҙәренең дә яугирҙәребеҙгә төрлөсә ярҙам күрһәтергә тырышыуын маҡтап ҡына телгә алғы килә. Уларҙың яугирҙәребеҙгә күстәнәскә өй шарттарында күпләп бауырһаҡ бешереүе һәм уны гуманитар ярҙам менән ебәреүе хаҡында гәзитебеҙҙә яҙған инек инде.

“Муравей” кафеһы - һеҙҙең өсөн!
“Муравей” кафеһы - һеҙҙең өсөн!

Был юлы кафе хеҙмәткәрҙәре Урал ауылында махсус хәрби операцияға маскировка селтәрҙәре үреп, ойоҡбаштар бәйләп ебәреүсе апай-инәйҙәрҙгә Ҡөрьән ашы үткәреүҙә ярҙам ҡулын һуҙҙы. Эш былай була, кафе хеҙмәткәре Гөлнара Шәрипова Урал ауылының активисы Фәһимә Әлимғафарованан махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәгәндә мәрхүм булып ҡалған яугирҙәребеҙ рухына һәм әлеге көндә хеҙмәттә булған Сабирйән улы Дамир, Айрат улы Илюс, Виктор улы Сәлимйән һәм райондағы, республикалағы барлыҡ егеттәребеҙҙең иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуына бағышлап, аят уҡытырға йыйынғандарын ишетә һәм был хаҡта кафе хужаһы Регина Сибәғәтоваға әйтә. Регина Венер ҡыҙы иһә ихлас күңеленән уларға үҙҙәренең кафеһында етештерелгән Ҡөрьән аштарына әҙерләгән йыйылмаларын тәҡдим итә.
Әйткәндәй, “Муравей” кафеһы күптән түгел үҙҙәренең клиенттарына яңы төр хеҙмәт күрһәтә башланы. Улар заказ буйынса Ҡөрьән аштарына киҫелгән туҡмас, ҡоймаҡ, гөбәҙиә, ваҡ бәлеш, күрәгә, муйыл, алма, эремсек һәм йөҙөмлө бәлештәр, морс һәм хәйергә сәй йәиһә таҫтамал ингән йыйылмалар әҙерләй. Ҡайһы бер кешеләрҙең Ҡөрьән аштарын үткәрергә әҙерлек күп кәрәк, тәмле итеп бешереп булырмы икән, тип йөрьәт итмәй йөрөгәндәрен ишеткәнем бар. Был осраҡта “Муравей” кафеһына бер шылтыратыу етә, уларға күпме кешегә һәм ниндәй ризыҡтар әҙерләргә кәрәклекте әйтһәгеҙ, шул көндө, шул сәғәткә үҙҙәренең машинаһында заказды килтереп еткерәсәк.
- “Муравей” кафеһы хеҙмәткәрҙәренә бар ауылыбыҙ халҡы исеменән ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Унда бик изге күңелле, уңған, яғымлы ҡыҙҙар эшләй. Ҡөрьән ашына тип тәғәйенләнгән йыйылмалары менән бик ныҡ ярҙам күрһәттеләр. Кафенан килтерелгән ризыҡтарҙы барыһы ла бик тәмле тип ашаны, матур ҡаптарҙағы сәйҙәрен хәйергә тараттыҡ.
Олокүл ауылының хәҙрәте Әлфәрит Ширғазиндың егеттәребеҙ рухына бағышлап уҡыған аяттары ҡабул булһын, Ҡөрьән мәжлесен үткәреүҙә ярҙам иткән һәр кемгә Хоҙай Тәғәлә сауаптарын насип итһен, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, - тип уртаҡлашты Фәһимә Фәтхелғаян ҡыҙы.
Әгәр ҙә “Муравей” кафеһынан Ҡөрьән аштарын, исем ҡуштырыу, никах табындарын үткәреү өсөн әҙер йыйылмаға заказ бирергә теләһәгеҙ, 8-927-342-45-33 һәм 8-917-402-40-21 телефондары аша шылтыратығыҙ. Уларҙың тәмле ризыҡтары һеҙҙең өҫтәлегеҙҙе биҙәр, ҡунаҡтарығыҙ ҙа ҡәнәғәт булыр.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: