Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
16 Октябрь 2023, 09:26

Рөстәм Нәбиев ярҙамға ашыға

Ишек, типһәң, емерелергә тора, газ плитәһенә лә 57 йыл...    

Рөстәм Нәбиев ярҙамға ашыға
Рөстәм Нәбиев ярҙамға ашыға

Башҡортостан блогеры Рөстәм Нәбиев Өфөлә яңғыҙ ғына йәшәгән 87 йәшлек инәйгә ярҙам итә. Алевтина Георгиевна ярҙам көтөп кенә ултырған кеше түгел. Ошо йәшендә лә ул яратҡан шөғөлөнә тоғро ҡала: фотоға төшөрә, компьютерҙа рәсемдәрҙе эшкәртә лә белә. Һуғыштан ҡайтҡан атаһы 10 йәшлек ҡыҙына фотоаппарат бүләк итә, шунан башлана ла инде был ҡыҙыҡһыныу. Иҫке генә "Никон"ы боҙолһа, бәләкәй пенсияһынан йыйып, ремонтлатып ала.

- Бер изге тарихтың башы менән уртаҡлашҡым килә. Таныш булығыҙ, Алевтина Георгиевнаға 87 йәш. Фото төшөрөү менән шөғөлләнә. Ул бөтөнләй яңғыҙ. Уға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һоранылар, - ти Рөстәм Нәбиев.

Блогер инәйҙең өйөнә бара һәм уның менән һөйләшә. Алевтина Георгиевна өйөндәге йоҡо бүлмәһенең стенаһы һыуыҡ булыуына зарлана. Әммә Рөстәм фатирға ингәндә ишеккә лә иғтибар итә һәм уны ла алмаштырырға тәҡдим итә. Бер юлы, тәҙрәләрҙе лә яңынан ҡуйырбыҙ, ти. Аш-һыу бүлмәһендәге иҫке генә газ плитәһе тураһында белешеп, уның йорт төҙөлгәндән - 1966 йылдан - бирле эшләүен ишетә. Газ хеҙмәткәрҙәре был плитәне файҙаланыуҙы тыя, ти хужабикә.

Был - эштең башы ғына. Тиҙҙән Рөстәм эш барышы менән һәм һөҙөмтәләр менән дә таныштырыр тип уйлайбыҙ. 

Афарин! Яҡташыбыҙҙың беренсе генә ярҙамы түгел был. Йәйгеһен ул Түбәнге Кама ҡалаһынан 85 йәшлек Фаяз Кашаповҡа заманса инвалид коляскаһы бүләк иткәйне. 

Видео: https://vk.com/im?sel=166873706&w=wall-150019100_767064%2F91bd005aee80160634&z=video-150019100_456249639%2F42883c73291f7430b4%2Fpl_post_-150019100_767064

Фото: https://vk.com/rustam_nabiev92,  https://bash.news 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Рөстәм Нәбиев ярҙамға ашыға
Рөстәм Нәбиев ярҙамға ашыға
Автор:
Читайте нас: