-6 °С
Болотло
Дыуан районының Ҡаракүл ауылындағы "Нур-ислам" мәсете руханиҙары Башҡортостанды арҡырыға-буйға киҫкән. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә улар тағы ла оҙайлы сәфәрҙән ҡайтты. Уларға башҡорттар, ғөмүмән, бөтә мосолмандар өсөн изге урын – Торатауға сәйәхәт ҡылыу оҡшаған.
Диндарҙар араһында 92 йәшлек Фәриҙә Йәрмөхәмәтоваға ла бар.
– Төрлө иҫтәлекле урындарҙа булыу, әлеге шикелле йөрөп ятыу файҙаға ғына, – тип һөйләй ул. – Тотатауға менеү күптәнге хыялым ине, ниһайәт, ул тормошҡа ашты. Торатауҙың башында үҙемде яңынан тыуғандай хис иттем.
Фото: Гөлнара Мөфлихунова.