Даирә
+24 °С
Ямғыр
Афарин!
29 Июнь 2023, 06:02

Яҡташыбыҙҙың китабы донъя күрҙе

Үрге Төкөн ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Өфө ҡалаһында башланғыс кластар уҡытыусыһы бу­лып эшләгән Римма Санъярова-Ғәлиәхмәтованың ошо көндәрҙә “Донъялыр был...” тип аталған тәүге китабы донъя күрҙе.

Яҡташыбыҙҙың китабы  донъя күрҙеЯҡташыбыҙҙың китабы  донъя күрҙе
Яҡташыбыҙҙың китабы донъя күрҙе

Яҡташыбыҙҙың китабы донъя күрҙе

Үрге Төкөн ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Өфө ҡалаһында башланғыс кластар уҡытыусыһы бу­лып эшләгән Римма Санъярова-Ғәлиәхмәтованың ошо көндәрҙә “Донъялыр был...” тип аталған тәүге китабы донъя күрҙе.

Был йыйынтыҡта авторҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары һәм хикәйәләре тупланған. Ижадсы мөхәббәт һәм хыянат, изгелек һәм яуызлыҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләр тураһында һүҙ йөрөтә, әсәлек хистәренә дан йырлай, тормош юлында осраған йөрәк тетрәндерерлек ваҡиғаларҙы һүрәт­ләй.

- Тәүге шиғырҙарым ун ике йәштә “Йәншишмә” гәзитендә баҫылып сыҡты. Һуңғы йылдарҙа ижади емештәрем республиканың бик күп баҫмаларында, интернет селтәрендә, үҙебеҙҙең “Даирә” гәзитендә донъя күрҙе, - ти яңы ғына мейестән сыҡҡан китап авторы.

Римма Рәмил ҡыҙына ижади уңыштар теләйбеҙ. Илһам шишмәгеҙ бер ваҡытта ла һайыҡмаһын, күңе­легеҙҙәге ялҡынлы ижад ҡомары һүрелмәһен.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас