Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Апрель 2023, 10:24

Афарин, Малай малайы!

Ураҙа ғәйете райондаштарыбыҙ өсөн икеләтә байрамға әүерелде. Сөнки нәҡ ошо көндө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында яҡташыбыҙ, көслө һәм моңло тауышлы йырсы Илнур Ишембаевтың “Малай малайы” тип исемләнгән тәүге сольный концерты уҙғарылды.

Афарин, Малай малайы!
Афарин, Малай малайы!
Ауылдаштарының, яҡташтарының концертын ҡарарға Малай, Мырҙа, Үрге һәм Түбәнге Төкөн, Ҡарлыман ауылдары халҡы өс автобус менән барҙы. Ә концерт, ысынлап та, бик шәп булды. Һәләтле егетебеҙҙең тәрән мәғәнәле, тормошсан, моңло йырҙары күңелдәргә үтеп инде. Уның сәхнәлә үҙен тотошо, ябайлығы, тыйнаҡлығы, тере тауышҡа, йөрәге аша үткәреп йырлауы ғорурландырҙы ла, һоҡландырҙы ла. Илнурҙың репертуарындағы “Һуң түгелдер”, “Торналар”, “Ҡыҙыл алма”, “Сәғәт”, “Ике йөрәк типһен берҙәм булып”, “Ҡурай менән думбыра” һәм башҡа лирик һәм романтик йырҙарын тамашасылар яратып, дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды. Концертты “Юлдаш” радиоһы алып барыусылары Филүс Ҡасимов һәм Йәмил Ишмөхәмәтов шаярыу һәм юмор ҡатыш бик йәнле һәм күңелле итеп алып барҙы. Шулай уҡ яҡташыбыҙҙың сәхнәләш дуҫтары Башҡортостандың халыҡ артистары Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Дамир Таипов, Силәбе өлкәһенән курсташы Мәрйәм Хәлимова, виртуоз саксофонист Фәрхәд Ишбирҙин, баянсылар Хәйҙәр Нәҙершин, Ринат Солтанаев, ауылдашы Ләйсән Суфьянова тәрбиәһендәге Р. Нуриев исемендәге колледж студенттарының бейеүҙәре лә халыҡ күңеленә хуш килде. Һарыҡ уйнатыу мәле халыҡсан да, ябай ҙа күренеш булһа, тамашасыларҙың һәр сығышты дәррәү һәм оҙаҡ алҡыштарға күмеп оҙатыуы концертҡа ихласлыҡ өҫтәне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән шағирә Лариса Абдуллина, районыбыҙҙың Өфөләге яҡташтар ойошмаһы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев, конгресс-холлдан вәкил Әлфиә Матвеева, Малай мәктәбе уҡытыусыһы Миләүшә Ғайфуллина сәхнә түренә менеп йәш йырсыға ҡайнар ҡотлау һүҙҙәрен һәм иң изге теләктәрен еткерҙе.
- Һинең кеүек һәләтле, халҡының йыр-моңон белгән егеттәребеҙ булғанда, мәҙәниәтебеҙ юғалмаҫ. Беҙ һиңә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, репертуарыңа классик һәм халыҡ йырҙарын да индерһәң тағы ла яҡшыраҡ булыр, - тигән фекерен белдерҙе һәм ауылдаштары исеменән сертификат тапшырҙы Фәнил Шәмсетдин улы.
“Илнур Ишембаевтың әлеге мәлдә беҙҙең факультетта уңышлы уҡып йөрөгәнен күптәр белмәй ҙә. Бәрхәт тауышлы талантлы егеттең йырҙары күңелдәргә үтеп инә. Тыйнаҡ, итәғәтле милләттәшебеҙҙең уңыштары алда әле. Филармонияла үткән тәүге ҙур концертында зал шығырым тулы булды, артабан да тамашасың һине дәррәү алҡыштарға күмһен. Факультет уҡытыусылары һәм студенттары һинең менән ғорурланып ултырҙы, Илнур!, - тип яҙҙы концерттан һуң үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.
Беҙ ҙә барыһының да теләктәренә ҡушылып, Илнурға артабан да үҙенең тәбиғәттән бирелгән моң-тауышын халыҡҡа еткереүен, ижади ҡаҙаныштар, тамашасылар һөйөүе һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ. Шундай матур, йылы һәм йөкмәткеле концерт бүләк иткәнең өсөн афарин, Илнур.
Ынйы Бикҡужина.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: