Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Март 2023, 18:02

Әсәйҙәргә иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт

Ҡарлыман ауылының Шәриф Бикҡол музейында ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан улдары һәм тормош иптәштәре Афғанстан һәм Чечня яуҙарын үткәндәрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре саҡырылды.  

Әсәйҙәргә иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт
Әсәйҙәргә иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт
Улар музей экспонаттары менән танышты, иҫтәлеккә фотоға төштө. Сәй өҫтәле артында, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Флизә Батыршина, Гөләмдәр Юлмөхәмәтова, Сәлимә Хөсәйеновалар яратҡан шағирҙарының шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. 
Музей мөдире Фәйрүзә Ҡотлобаева күпте кисергән әсәйҙәрҙе 8 март байрамы менән ҡотланы, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм күңел тынысылығы теләп, бүләктәр тапшырҙы. 
Апай-инәйҙәр саранан Фәйрүзә Ҡадир ҡыҙына иғтибар күрһәткәне өсөн рәхмәт әйтеп, күңелдәре булып ҡайтты.
Ынйы Бикҡужина.
 
 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: