Даирә
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Март 2023, 16:37

Ҡар таҙартыу машинаһы - Иҫке Мусала!

Бөгөнгө йома көн Иҫке Муса ауылында йәшәүсе Гөлшат Шәнгәрәеваның хәтерендә бигерәк тә изгелекле һәм иҫтәлекле булып ҡалыр, моғайын. Сөнки, уға “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортонан елле бүләк – ҡар таҙартыу машинаһын алып килеп тапшырҙылар.

Ҡар таҙартыу машинаһы - Иҫке Мусала!
Ҡар таҙартыу машинаһы - Иҫке Мусала!

Хужабикә: - Егеттәр, йыйып та бирһәгеҙ, яҡшы булыр ине, - тигәс уны Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков, Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәге директоры, “Кармаскалинская новь” гәзитенең баш мөхәррире Ринат Шайбәков тиҙ генә йыйып та бирҙе.

- Бүләк оторға хыялландығыҙмы? Нисек улай килеп сыҡты? Иң элек кемдән ишеттегеҙ? – тигән һорауҙарымды яуҙырам Гөлшат Минислам ҡыҙына.

- 12 йыл ауылда хат ташыусы булып эшләйем. Йыл да тиерлек район һәм республика баҫмаларына яҙылған квитанцияларымды “Даирә”, “Йәшлек” гәзите редакцияларына, республика нәшриәт йортона ебәрә инем, ләкин бүләк отҡаным булманы. Быйыл иһә үҙ-үҙемә һуңғы тапҡыр ебәреп ҡарайым да, башҡаса ебәрмәҫмен, тип әйттем.

 “БСТ” каналында тура эфирҙан бүләктәр уйнатыу тураһында белһәм дә, барыбер миңә сыҡмай ул, тип ҡарамаҫҡа булдым. Икенсе көнгә ауыл хакимиәте башлығы Илмира Әнүәр ҡыҙы, бүләк отоп, шым ғына әйтмәйенсә ятаһыңмы, тип шылтыратып һөйөнсө алды.

Әлбиттә, шатлығыбыҙҙың сиге булманы, сөнки уҙған йыл үҙебеҙ ҙә ошо машинаны алырға уйлаған инек. Әллә, Хоҙай Тәғәлә минең әйткәнде ишетте, - тип ихлас йылмая Гөлшат Минислам ҡыҙы.

Гөлшат Минислам ҡыҙы 17 йыл элек Дәүләкән районының Ҡәҙерғол ауылынан килен булып төшкән. Төп йортта ҡәйнәһе Флүрә Зөлфәр ҡыҙы менән әсәле-ҡыҙлы кеүек бик татыу ғүмер кисерәләр. Тормош иптәше Рәсим Наил улы, 91 йәшлек Флүрә инәй, 11 һәм 17 йәшлек ҡыҙҙары Сафия менән Гүзәл дә гәзит-журналдар уҡырға яраталар икән.

- Ҡәйнәм, Аллаға шөкөр, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өй тирәһендә йөрөй, ҡайһы бер эштәрҙә ярҙамлаша ла, хатта. Минең гәзит алып ҡайтҡанымды көтөп ала һәм күҙлекһеҙ уҡый, - тине ул.

Йорт хужаһы Рәсим Наил улы баш ҡалала эшләгәнлектән, күбеһенсә йорт эштәре Гөлшат иңенә төшә. Шуға ла әлеге мәлдә ҡар таҙартыу машинаһы хужалыҡта иң кәрәкле әйбер. Уның изгелеген күреп, гел шундай шатлыҡлы мәлдәр кисереп йәшәргә яҙһын Шәңгәрәевтарға.

Ә башҡалар үҙ бәхеттәрен һынап ҡарарға ашыҡһындар, сөнки алда тағы ла гәзиттәргә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу осоро көтә. Кем белә, бәлки, уңыш һеҙгә лә йылмайыр!

 Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: