Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Декабрь 2022, 17:44

13 йәшлек үҫмер эшкә төшкән

Ҡайһы бер клиенттар малайҙың эшләп йөрөгәнен күреп ғәжәпләнә, икенселәре асыулана. Шундай хәл дә булған: бер ир ҡайтып, улын Нурислам эргәһенә етәкләп килтергән...  

13 йәшлек үҫмер эшкә төшкән
13 йәшлек үҫмер эшкә төшкән

Баш ҡалала шундай ғәҙәти булмаған уҡыусы бар - ул мәктәптән һуң өйгә тура ҡайтмай, ә барбершопҡа эшкә юллана. 7-се класта уҡыған Нурислам Кәлимуллин бәләкәйҙән тәжрибә туплаған: каникулдарында тимер-томор йыйып таршырған, йәш эшҡыуарҙар өсөн балалар лагерында булып, аҡса эшләү серҙәренә өйрәнгән.

"Әсәйем матурлыҡ булдырыу өлкәһендә эшләй. Уның кешеләрҙең тышҡы ҡиәфәтен яҡшы яҡҡа үҙгәртеүен электән күҙәтергә яраттым. Мине бәләкәй саҡтан парикмахер һөнәре, ундағы мөхит үҙенә тартып торҙо. 12 йәш булғанда әсәйем шул өлкәләге оҫталарҙың береһе Никита Васейкин менән таныштырҙы һәм минең ошо һөнәрҙе оҡшатыуымды әйтте. Һөҙөмтәлә мин парикмахерлыҡҡа уҡып алдым", - тип һөйләй Нурислам.

Дөрөҫ һәм заманса прическа эшләргә, һаҡал-мыйыҡ төҙәтергә өйрәнеү өсөн тырыш малайға бер ай ваҡыт етә. Унан һуң инде, һынауҙарҙы уңышлы үтеп, дипломлы белгес булып сыға ул. Әле Нурислам барбершопта "Күпме теләйһең, шунса түлә!" акцияһы буйынса сәйлек-юллыҡ аҡса өсөн стажировка үтеп йөрөй. 14 йәше тулһа, рәсми рәүештә эшләй башларға ниәтләнә.

Бөҙрәханаға килгән ҡайһы бер клиенттар малайҙың эшләп йөрөгәнен күреп ғәжәпләнә, икенселәре асыулана. Шундай хәл дә булған: бер ир үҙенең сәсен алдырғандан һуң, ҡайтып, улын Нурислам эргәһенә етәкләп килтергән.

Был һөнәрҙә нисә йәшлек булыуың мөһим түгел, ти үҫмер. Ихласлыҡ һәм эште яратып башҡарыу кәрәк, тип тә өҫтәргә теләйҙер ул шулай әйткән ваҡытта.

Әле Нурислам шулай уҡыу менән эште аралаштырып алып бара. Яратҡан һөнәре буйынса уның артабан да камиллашырға, ә 18 йәше тулғас, үҙ эшен асырға ниәте бар. Уңыштар уға!

Фото: социаль селтәрҙән.

Сығанаҡ:"Моя Уфа".

Автор:Аклима Гизатуллина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: