Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Ноябрь 2022, 16:39

Тәүәккәлләгән – таш ярған

Ҡарлыман ауылында тыуып үҫеп, 6-сы класҡа тиклем ауылдарындағы мәктәптә, артабан Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбендә белем алып, Башҡорт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға ингән Карина Әминеваның йәй аҙаҡтарында “Бәйләнештә” социаль селтәрендә хаты баҫылғайны. “Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тигән мәҡәл, әйтерһең, тап уға әйтелгән. Ҡыҙ үҙенең тырышлығы, уйлағанын еренә еткереп ҡуйырға өйрәнгәнлеге арҡаһында хыялында булған юғары уҡыу йортоноң бюджет урынына эләгеп, маҡсатына ирешә. Әлеге көндә Карина Әминева киләсәктә кешеләр сәләмәтлеге һағында тороу өсөн баш ҡалала тырышып-тырмашып белем серҙәрен эстәй.Каринаның хатын һеҙҙең ҡарамаҡҡа ла тәҡдим итәбеҙ, кемдер уны уҡып, үҙенә фәһем һәм кәңәш алһа, бик яҡшы булыр.

Тәүәккәлләгән – таш ярған
Тәүәккәлләгән – таш ярған
“Минең юлым”
Яңыраҡ, бер нисә сәғәт элек, үҙемдең медицина университетының дауалау факультетына уҡырға ингәнемде белдем. Бөтәһе лә мине ҡотлай, уҡыуымда уңыштар теләй, әммә уның ниндәй тырышлыҡ менән килгәнен бер кем дә белмәй. Был һүҙҙәрҙе имтихандарҙан һуң шунда уҡ яҙырмын тигән инем, тик күңелем һаман да ышанмай торҙо. Йоҡоһоҙ төндәр, туҡталмаған стрестар, ныҡлап шөғөлләнә алмайым тигән тойғо, вебинарҙар һәм бөтмәҫ күнегеүҙәр артта ҡалды. Дөрөҫөн әйткәндә, хатта ышанмайым да. Ике йыл ошондай халәттә йәшәнем. Әле еңеүсе булып сыҡҡас, минең ҡаҙанышымда нимәләр йәшерелгәнен, хыялыма барыу өсөн ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килеүем тураһында һөйләйәсәкмен.
Бөтә нимә алыҫ бала саҡта башланды. Үҙемде белгәндән бирле һәр саҡ табип булырға теләнем. Ә 6-сы класта инде йүнәлеш һәм белгеслекте билдәләнем – акушер-гинеколог булыу.
Мәктәптә беҙҙе, берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) бирә алмаясаҡһығыҙ, тип һәр саҡ ҡурҡыттылар һәм 9-сы кластан һуң китергә, тип кәңәш бирҙеләр. Шуға ла 11-се класҡа барырға ҡурҡтым. БДИ минең өсөн ниндәйҙер ҡурҡыныс һәм ауыр нимә менән ассоцияцияланды, уны тапшыра алмаҫмын, тип уйлай инем. 9-сы кластан һуң мәктәптән китергә һәм медицина колледжына документтарымды бирергә ҡарар иттем. Ҡыҙыл аттестат булғас, уҡырға инәсәгемә ныҡ ышанғайным. Әммә ошондай уҡ ҡыҙыл аттестаттар менән килгәндәр бик күп ине. Мин үтә алманым. Хәҙер нимә эшләргә икән, БДИ-ны бирә алмаясаҡмын тип уйланым. Башҡаса һайлау юҡ ине, шуға ла кире мәктәпкә ҡайтырға тура килде.
10-сы класты, иң ауыры булды, тип әйтә алам (6-сы класты иҫәпләмәйенсә - башҡа мәктәптән килгәйнем). Алдымда ҙур яуаплылыҡ торҙо. 10-сы класҡа килер алдынан нисек имтихандар тапшырырмын икән, тип уйлап ныҡлап йоҡлай ҙа алманым. Кире ҡайтырға тура килгәс, уларҙы уңышлы биреү өсөн көнөн һәм төнөн ныҡ тырышырға кәрәк, тип үҙемде ҡулға алдым! Шөғөлләнеү өсөн план төҙөнөм. Әммә мәктәптә уҡыу буйынса көсөргәнеш ҙур, шуға ла өйҙә имтихандарға әҙерләнергә ваҡыт етмәй ине. Иртәнге сәғәт 5-тә йоҡонан торорға күнектем. Бөтәһе лә аптырай ине. Тик миңә иртә таңда тороу оҡшаны. Өйгә бирелгән эштәрҙе иртән эшләп бөтәм. Әммә барыбер ваҡыт етеңкерәмәне. Тымау ауырыуҙары менән йыш ауырыу сәбәпле, бер дәресте лә ҡалдырмаҫ өсөн витаминдар эстем. Һәр көндәге күнегеүҙәрҙе, хатта бәләкәй генәһен дә, эшләп бөтөрөү мөһим ине. Сөнки ул мине хыялыма табан алып барасаҡ.
10-сы класты тамамлағанда сиреккә математиканан (яратҡан) ғына бер дүртем сыҡты. Шул саҡта мин һис шикһеҙ БДМУ-ға уҡырға инергә ҡарар иттем. 11-се класс алдынан йәй көнө үҙемә ял бирмәнем. Яратҡан юғары уҡыу йортома инеү өсөн барыһын да эшләргә кәрәк ине. Шуға ла йәйен, ваҡытым күп булғанда, уны уҡыуға бағышланым. 11-се класс ауыр булды. Бер нимәгә лә хәл юҡ. Хатта химия, биология һәм рус теленә ныҡлы иғтибар бирер өсөн дәрестәрҙе лә ҡалдырырға тура килде.
2021 йылдың декабрендә мәктәптә ситтән тороп та уҡып булыуы (үҙаллы шөғөлләнеү) мөмкин икәнен белеп ҡалдым. Профилле предметтарға ваҡытты күп бүлеү өсөн үҙаллы уҡыуға ғариза яҙҙым. 2022 йылдың ғинуарынан өйҙә генә уҡый башланым. Имтихандарға әҙерләнеү өсөн был бик шәп ине. Бик шатландым. Һәр көн һайын белемем яҡшырҙы, пробниктағы балдар үҫте. Килтереп сығара алмай торған нимәләр булмауына ышандым. Мин үҙаллы уҡыным. Уҡытыусылар миңә заданиеларҙы ебәрмәнеләр, бар нимәне лә үҙем эҙләп таптым. Контрольныйҙар эшләүөсөн генә мәктәпкә бара инем. Математиканан бер дүртле менән зәңгәр аттестат үҙаллы шөғөлләнеүемдең һөҙөмтәһе булды. Ул БДИ-ға өҫтәмә 7 балл, алтын миҙал һәм ҡыҙыл аттестаттан мәхрүм итте.
Артабан 26 майҙа химия имтиханы етте. Был көндө сағыштырмаса мин тыныс, кәйефем яҡшы ине. 70 балл йыйырмын тигәйнем, 73 булды. Һөҙөмтәнән ҡәнәғәт булдым һәм рус теленән һөҙөмтә көттөм. 30 майҙа булды ул. Был имтиханға нисектер борсолдом. 80 балға өмөт иткәйнем, 76 булды. 14-дә биологиянан бирҙем. Ул ҡурҡыныс тойолдо. Заданиелар күп, уларҙы эшләү ҡатмарлы булды. 61 балл йыйҙым. Уны 60-ҡа тапшырырмын тигәйнем. Биология – барыһынан да иң ауыр фән ине. Әйткәндәй, бер имтиханға ла шпаргалкалар алғаным булманы.
Бына шулай мәктәптәге ҡыйынлыҡтар артта ҡалды. Хәҙер алда медицина университетында уҡыу тора. Ул ҙур яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ талап итәсәк.
Был хат менән нимә әйтергә теләнем һуң? Тырышмайынса бер нимә лә килеп сыҡмай икәнен белегеҙ. Ҡулығыҙҙан, көсөгөҙҙән нимәләр килгәнен аңлап, барыһын да эшләргә тырышығыҙ. Донъяла кеше ҡулынан килмәгән эш булмай”.

Фәниә Сәлимгәрәева яҙып алды.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: