Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Апрель 2022, 21:11

Башҡортостанда ауыл ипотекаһына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостан банктары «Ауыл ипотекаһы» льготалы программаһы буйынса граждандарҙан ипотека кредитын алыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Был «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. 2020 һәм 2021 йылдарҙа республика льготалы ипотеканың ошо төрө буйынса беренсе урында ине.

Башҡортостанда ауыл ипотекаһына ғаризалар ҡабул ителә
Башҡортостанда ауыл ипотекаһына ғаризалар ҡабул ителә

«Ауыл ипотекаһы республикала шунда уҡ һорау менән файҙаланыла башланы. 2020 йылдан вәкәләтле банктар 6,7 миллиард һумдан ашыу суммаға яҡынса 3,2 мең кредит биргән. Ауылда йәшәгән меңләгән ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, льготалы программаның дауам итеүе бик ҡыуаныслы», – тине вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Бынан алда Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виктория Абрамченко ауыл ипотекаһы буйынса эшләгән банктарға процент ставкаһын компенсациялау өсөн өҫтәмә рәүештә 7 миллиард һум бүленәсәге тураһында хәбәр иткәйне.

Бөгөн Россельхозбанк бүлексәләрендә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Льготалы ставка – 3 процентҡа, кредиттың суммаһы – 3 миллион һумға, срогы – 25 йылға тиклем. Был аҡсаға граждандар ауыл ерендә торлаҡ һатып алырға йәки подряд килешеүе буйынса йорт һалырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт менән банк бүлексәләрендә танышырға була.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-04-22/v-bashkirii-vozobnovili-priem-zayavok-na-selskuyu-ipoteku-2781047

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: