Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
31 Март 2022, 16:29

Гөлсөм инәй 102 йәшендә лә урам ҡыҙыра

"Быйыл 13 июндә 103 йәшемде ҡайһы баламды ҡаршы алыуымды әлегә сер итеп тотам", - ти ул  

Гөлсөм инәй 102 йәшендә лә урам ҡыҙыра
Гөлсөм инәй 102 йәшендә лә урам ҡыҙыра

Бүздәк районының үҙәге Бүздәк ауылында 100 йәште үткән инәйҙе осратып хайран ҡалдыҡ! Нисек тап иттек тиһегеҙме! Йөҙйәшәр уртансы ҡыҙы ярҙамында урамдан атлап китеп бара ине. Уның 102 йәшендә лә үҙ аяғында булыуына ғәжәп иттек!

– Барыһына ла ҡәнәғәтмен, ашарға ризыҡ бар, донъялар тыныс, – тип һөйләй йөҙйәшәр Гөлсөм Исмәғилева. – Әле балаларым менән бергә ғүмер йомғағын һүтәм. Кемеһелер алып ҡайтып күп тә үтмәй, ғәзиздәремдең икенсеһе “шып” итеп килеп тә етә. Шунан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкин дә түгелдер. Быйыл 13 июндә 103 йәшемде ҡайһы баламды ҡаршы алыуымды әлегә сер итеп тотам.

Гөлсөм Ғабдрахман ҡыҙының ире менән 40 йылдан бергә йәшәгәндәр, ҡыҙғанысҡа күрә, тормош иптәше 1995 йылда донъя ҡуйған. Тимербай менән Гөлсөм Исмәғилевтар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән, барыһын да башлы-күҙле иткән. Улдары Тимерйән үҙ ғаиләһе менән Октябрьский ҡалаһында төпләнгән, ә өс ҡыҙҙары Гөлсинә, Гүзәлиә һәм Тәнзилә – Бүздәк ауылында йәшәй.

Бүздәк районының Иҫке Боғаҙы ауылында тыуған Гөлсөм Исмәғилева әйтеүенсә, ҡайһы берәүҙәр шикелле ул 13 һәм 6 һандарынан бер ҙә ҡурҡмай, киреһенсә, уларҙы бәхет һандарына тиңләй. 8 ейән-ейәнсәре, 6 бүлә-бүләсәре – был донъяла иң ҙур байлығы.

– Беҙ бер ҡасан да ҡул ҡаушарып тик ултырманыҡ, һәр саҡ эш менән булдыҡ, йәйәү күп йөрөнөк, – ти Гөлсөм инәй. – Оҙон ғүмерле булыуҙың сере хәрәкәттә икәнен онотмағыҙ!

Фото: Гүзәлиә Байкова.

Автор:Илдар Акьюлов.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: