Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Март 2022, 21:51

Ветерандарҙан әсәйҙәргә ихтирам һәм хөрмәт!

Бөгөн - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә Ҡырмыҫҡалы хәрби хәрәкәттәр ветерандары улдары Афғанстан, Чечен һуғышында һәләк булып ҡалған әсәйҙәргә ихтирам күрһәтеү йөҙөнән бүләк һәм сәскә гөлләмәһе тапшырҙы.

Ветерандарҙан әсәйҙәргә ихтирам һәм хөрмәт!
Ветерандарҙан әсәйҙәргә ихтирам һәм хөрмәт!

Йәш кенә улдарын һуғышта юғалтҡан әсәйҙәрҙең күпме хәсрәт кисергәнен улар тик үҙҙәре генә белә! Инде нисәмә йылдар үтһә лә, бала ҡайғыһы йөрәктәренән дә, хәтерҙәренән дә юйылмай. 

Бындай иғтибарҙан өлкән йәштәге инәйҙәрҙең күңелдәре тулып, күңелдәре булып ҡалды. Улар ветеран-егеттәрҙе ҙур рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалдылар. 

Гөлсәсәк Аласова.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: