Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Февраль 2022, 10:27

Башҡортостандың йүкә һәм сәскә балы еңеү яулаған

Республикабыҙҙың аграр сәнәғәте комплексы предприятиелары ла тәмле һәм тәбиғи ризыҡтарын күрһәтте.

Башҡортостандың йүкә һәм сәскә балы еңеү яулаған
Башҡортостандың йүкә һәм сәскә балы еңеү яулаған

Мәскәүҙә 7–11 февралдә “Продэкспо-2022” халыҡ-ара аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр күргәҙмәһе уҙҙы. Был сарала йәнең теләгән ризыҡтарҙы һәм эсемлектәрҙе табырға мөмкин ине – беҙ көн дә файҙаланған көндәлек, төп аҙыҡ-түлектән алып, һирәк булған ашамлыҡтарға тиклем: тәбиғи, спорт ризыҡтары, хәләл, донъяның төрлө ерҙәренән ят аҙыҡ-түлектәр.

Республикабыҙҙың аграр сәнәғәте комплексы предприятиелары ла тәмле һәм тәбиғи ризыҡтарын күрһәтте. Атап әйткәндә, “Бөрө һөт ризыҡтары комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Башҡорт балы” сауҙа йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Пищепром” акционерҙар йәмғиәте, “БашБиоРесурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һөт ризыҡтары өлгөләрен, шулай уҡ умартасылыҡ, йәшелсә-емеш консерваларын, кондитер әйберҙәре тауарҙарын ҡуйҙы.

“Продэкспо-2022” күргәҙмәһенең эшлекле программаһы сиктәрендә аҙыҡ-түлектең һәм эсемлектәрҙең сифаты тикшерелде. Шулай уҡ тәбиғи тауар, экологик яҡтан таҙалығы һәм төрөү мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә торҙо. “Рәсәй сифат системаһы: трендтары, мәсьәләре, киләсәге” һәм “Етештереүселәр эшлекле камиллашыу юлында” пленар сессиялары төп ваҡиғалар булды.

Бынан тыш, “Продэкспо-2022” күргәҙмәһе сиктәрендә тығыҙ конкурс программаһы ла барҙы. Атап әйткәндә, “Иң яҡшы тауар-2022” халыҡ-ара конкурсында “Ныҡлы бал” компанияһы һауыттарға һалынған йүкә һәм сәскә балдары өсөн диплом, алтын миҙал һәм кубок алды.

Етештереүселәр “Продэкспо-2022” күргәҙмәһенә яңы тауар, сауҙа маркаларын, брендтарҙы сығарыуҙы әҙерләй. Күргәҙмәлә ҡуйылған тауарҙарҙың 14 проценты яңы продукцияны тәшкил итә. Шуға ла был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.     

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: