Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Ғинуар 2022, 14:59

Түшелдерек эйәһен тапты

Иҫке Бәпес ауылынан шағирәбеҙ Фирүзә Абдуллина гәзит уҡыусыларыбыҙға бүләк итеп заманса стилләштерелеп эшләнгән түшелдерек килтергәс, һәр беребеҙ ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, һоҡланып ҡарап сыҡтыҡ. Ҡатын-ҡыҙ заты шулай бит инде, матур, ялтырауыҡ әйбер күрһәк күҙ ҡыҙып китә. Күҙ ҡыҙмаҫлыҡ та түгел шул, үҙе матур, үҙе заманса.Түшелдеректең эйәһе Олокүл ауылында йәшәүсе Рәмзиә Ғарифуллина булып сыҡты. Ул сығышы менән Ҡустығол ауылынан. Ырымбур өлкәһендә, Өфөлә йәшәп ҡайтҡандан һуң 18 йыл элек ғаиләһе менән Олокүл ауылына ҡайтып төпләнгәндәр. Ун йыл элек хаҡлы ялға сыҡһа ла, ҡул ҡаушырып өйҙә ултырмай егәрле ҡатын. Олокүл ауылының “Тәмлекәстәр” магазинында һатыусы булып эшләй.Алсаҡ, килешле апайға түшелдеректе юл ыңғайы эш урынына алып барып тапшырҙыҡ.

Түшелдерек эйәһен тапты
Түшелдерек эйәһен тапты

- Район гәзитен бала саҡта ата-әсәйемдәр алдырған ваҡытта уҡ уҡый торғайныҡ. Әле лә унан айырылғаным юҡ. Уҙған йыл хатта яңылыш ике тапҡыр яҙылғанмын. Элек тә квитанциялар ебәргәнем булһа ла, бәхет тәүге тапҡыр йылмайҙы. Минең өсөн түшелдерек – бик затлы бүләк. “Даирә” гәзитенә лә, Фирүзә Абдуллинаға ла ҙур рәхмәт белдерәм. Шиғырҙарҙы ғына матур яҙмай, ҡулдары ла алтын икән! Ҡөрьән аштарына, байрамдарға матур итеп тағып йөрөрмөн.
Ейәнсәрҙәрем Карина менән Зарина ла милли биҙәүестәр ярата. Уларға ла биреп торормон, - тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.
Рәмзиә апайҙың әсәһе 88 йәшлек Фәүзиә Низам ҡыҙы ла улар менән бергә йәшәй. Инәй ҙә оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, район гәзитен башынан аҙағынаса уҡый икән.
- Бигерәк тә хикәйәләрҙе мауығып уҡыйбыҙ. Риф Йөҙлөкбаевтың “Һандуғас таллығы” мистик хикәйәһен уҡығанда әсәйем боронғо тарихи урындарҙы иҫенә төшөрөп, сағыштырып ултырҙы. Ҡотлауҙар, иғландар уҡырға яратабыҙ. Телевидение программаһы ла бик кәрәк. Ни тиһәң дә, район гәзите менән айырылырға уйламайбыҙ, - ти Рәмзиә Ғарифуллина.
Ошондай тоғро дуҫтарыбыҙ булғанда, район гәзите йәшәр. Бергәләп уны тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм йөкмәткелерәк итәйек, дуҫтар.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: