Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Ғинуар 2022, 15:18

Көршәк әүәләү - зауыҡлы һөнәр

Гәзитебеҙҙә уҙған йылдың август айында Иҫке Муса ауыл ки тапханасыһының урындағы ха ки миәт менән берлектә уйла нылған проектының республика Башлығы грантына эйә булыуы, ауылда көршәк эшләү оҫтаханаһы асыласағы хаҡында яҙғайныҡ ин де. Әҙерлек эштәренән һуң был про ект ваҡытлыса китапханала тормошҡа ашырылды. Һәм бына Яңы йыл алдынан оҫтахананың шул уҡ бинала айырым бүлмәлә тантаналы шарттарҙа асылыуы иҫке мусалылар өсөн ҙур байрамға әүерелде.

Көршәк әүәләү - зауыҡлы һөнәр
Көршәк әүәләү - зауыҡлы һөнәр
  • Уны асыу тантанаһын Бишауыл-Уңғар мәктәбенең башҡорт те ле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рим Исхаҡов бик матур итеп алып барҙы. Шу лай уҡ райондан килгән ҡунаҡ тар – район хаки ми әте башлы ғының со циаль мәсь ә лә ләр буйынса урын баҫары Гөл нара Иҫәнбаева, район мә ҙә ниәт бүлеге начальнигы Вик тория Мөхәмәҙиева, үҙәк ләш - терелгән китапханалар сис те маһы директоры Светлана Дмит риева, йыйылыусыларҙы сә ләм - ләп, изге теләктәрен ет кер ҙеләр.
    - Китапханасы Миләүшә Мө хә мәтйәрованың “Күңел өсөн шөғөл” проекты ауыл би ләмәһе һәм район хакимиәте тарафынан хуплау тапты. Проект районда йәшәүсе инвалид балалар, сәләмәтлектәре буйынса мөм кинлектәре сикләнгән йәш тәр һәм өлкәндәр, ғөмүмән, ижад менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн яңы мөмкинлектәр тыу ҙырыуға йүнәлтелгән. Оҫтахана бер ҡасан да буш тормаһын. Ки ләсәктә унан ысын оҫталар сы ғы уына һәм уларҙың ижади эш тәренең күргәҙмәләрҙе би ҙә йәсәгенә ышанабыҙ, - тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы.
    - Бындай ҙур эштәр бер ке ше нең генә ҡулынан килә тор ған эш түгел. Шуға ла беҙ был про ектҡа район үҙәкләш терел гән китапханалар системаһын, мәҙәниәт бүлеген һәм эшҡы уар ҙарҙы ла йәлеп иттек. Заявканы Ҡырмыҫҡалы районының социаль үҫешенә булышлыҡ итеү хәй риә фонды исеме аша бир ҙек. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 780 мең һум грант аҡсаһы бүленде. Оҫтаханалағы махсус ҡоролмалар барыһы ла хәйриә фондыныҡы. Ҡоролмаларҙы, балсыҡты, буяуҙарҙы Санкт-Петербург ҡалаһынан ҡайтарттыҡ. Башта балсыҡ бик күп күренһә лә, ике ай эсендә байтаҡ ҡына эш эшләгәнбеҙ икән. Район хакимиәте, башлаған эшебеҙҙе хуплап, ауыл клубы бинаһында айырым бүлмә бүлде һәм унда ремонт эшләтте. Хәҙер иркен, яҡты бүлмәлә теләге булған һәр кем ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та шөғөл менән булыша ала.
    Оҫтаханабыҙға балалар ҙа, йәштәр һәм өлкәндәр ҙә теләп йөрөй. Балсыҡтан төрлө һауыт-һаба, вазалар, паннолар, яңы йыл байрамы алдынан шыршы уйынсыҡтары эшләнеләр. Әлегә проектта ҡатнашыусылар махсус әйләнәлә ҙур көршәк күтәрә алмай, әлбиттә. Шулай ҙа яҡын арала ошо эшкә һәләтлеләрҙе билдәләп алырға мөмкин булыр, моғайын. Ижади ҡарашлы ке шеләр дәрескә үҙҙәренең идеялары менән килә. Социаль про ект булараҡ, эшебеҙ, башлыса, мөмкинлектәре сиклән гәндәр өсөн тәғәйенләнгән, шу лай булыуға ҡарамаҫтан, те ләге булған һәр кемде оҫта ха на ла көтөп ҡалабыҙ, - тине Миләүшә Миңлеғәли ҡыҙы.
    Әлбиттә, станок артына ул тырҙың да, тиҙ генә көршәк йә иһә башҡа әйбер әүәләп ҡуйҙың түгел. Ниндәйҙер әйбер эшләү өсөн айҙар буйына өйрәнергә һәм тырышырға кәрәк. Көршәк эшләү серҙәренә Иҫке Муса ауы лы егете Илдус Мөхә мәт йә ров өйрәтә. Илдус Рафаэль улы был һөнәр менән Өфө сән ғәт мәктәбендә 8-се класта уҡы ған сағында ҡыҙыҡһына башлай һәм Сочи ҡалаһындағы “Сири ус” белем биреү үҙәгендә көр шәк се эше буйынса курстарҙа уҡый. Был һөнәргә ҡыҙыҡһы ны уы көслө булғас, баш ҡала ның “Жи вая глина” оҫтаха на һында эшләп тә тәжрибә туплай. Әлеге ваҡытта ул Өфө урман тех ни кумының 3-сө курсында ағас эшкәртеү буйынса белем алып йөрөй. Илдусты хәҙер районда уҙған сараларға ла саҡыралар. Ул үҙенең һәм тәрбиәләнеүселәре нең эштәрен тәҡдим итеүҙән тыш, оҫталыҡ дәрестәре лә үт кәрә, балсыҡтан әүәләп әйбер ҙәр эшләү серҙәренә баш ҡа ларҙы ла төшөндөрә.
    - Барыһы ла бер эшләп ҡа рау ҙан ғына нимәнелер яһарға һәләтле түгел. Бының өсөн бер нисә дәрес алырға кәрәк. Беҙгә йөрөгән малай-ҡыҙҙарҙың, өл кәндәрҙең, мөмкинлектәре сик ләнгән кешеләрҙең тырышлыҡ һәм ныҡышмалалыҡ күрһә теүҙәре оҡшай.
    Балсыҡтан үҙ ҡулдарың ме нән тыуҙырған әйберҙәр яҡшы тәьҫораттар бүләк итеп кенә ҡалмай, тынысландыра һәм насар уйҙарҙан да арындыра, - ти Илдус Мөхәмәтйәров.
    Ысынлап та, аҙ ғына ваҡыт эсендә төрлө тәрилкәләр, шәш келәр, көршәктәр эшләүсе егет-ҡыҙҙарҙың ҡулдары оҫтарып бөткән. Уларҙың ҡулдары менән балсыҡ күҙ алдында төрлө формалар ала. Берәүҙәр махсус станок артында нимәнелер әүә лә һә, икенселәр кипкән әй берҙәрен буяу менән мөкиббән китеп мәшғүл.
    Иҫке Муса ауылының йәш килене Наталья Мөхәмәтйәрова үҙ ҡулдары менән әүәләп алған ташбаҡа формаһындағы һауы тын биҙәп ултыра ине. “Балсыҡ менән эшләү оҡшаймы? ”– тип һорайым унан.
    - Әлеге ваҡытта 1 йәш тә 3 айлыҡ сабыйым менән декрет
  •  
     
    ялындамын. Гел генә өйҙә ултырыуҙан ялҡытып та китә. Оҫтаханаға килеп, күңелемә ты ныслыҡ тапҡандай булам. Был шөғөл тиҙ тынысландыра, бар лыҡ хафаланыуҙарҙы шунда уҡ юҡҡа сығара. Бер нисә тапҡыр килеүҙә ике әйбер эшләп тә ал дым. Илдус яҡшы итеп аңлата, өйрәнеүе ауыр түгел, - тип ҡәнә ғәтлек менән һөйләй Наталья.
    Тәүге көндәрҙән үк шөғөл лән гән Нурия Зәйнетдинова, Гү зәл Ғәзизова, 4-се класс уҡыу сы лары Алһыу Сәғитова, Ра уил Абдрахманов һәм Кәрим Зәй нетдинов та үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен ихлас итеп буяй ине. Улар үҙҙәренең эш тәрен башҡаларға ла күрһәтеп, ҡәнәғәт булыуҙары һәм артабан да шөғөлләнсәктәре тураһында белдерҙе.
    Сарала ҡатнашыусылар оҫта ханала шөғөлләнеүселәрҙең бай таҡ эштәре менән танышты. Улар араһында төрлө уйын сыҡ тар, сувенирҙар, һауыт-һабалар бар ине. Әлбиттә, бер әйберҙе эшләү өсөн генә күпме көс, ваҡыт, тырышлыҡ талап ителә.
    Тимәк, был мауығыу фантазия, ижади һәләтте генә үҫтереп ҡалмай, сабырлыҡҡа өйрәтә, иғтибарҙы арттыра. Иң мөһиме, көршәкселәрҙең күңел йылыһы һалып башҡарған эштәре ҡәнә ғәтлек, ғорурлыҡ хистәре уята. Киләсәктә оҫтахананың даны тирә-яҡҡа таралып, өйрәнеү се ләрҙең эштәре ҙур баһаларға ирешер, тип ышанғы килә.
    Иҫке Муса ауылының көр шәк эшләү оҫтаханаһы бар ра йон халҡын үҙҙәренә саҡырып ҡа ла. Дәрестәр, шәмбе һәм йәк шәмбе көндәрендә үтә. Рәхим итегеҙ!
    Гөлсәсәк Аласова.
    Автор фотолары.
Көршәк әүәләү - зауыҡлы һөнәр
Көршәк әүәләү - зауыҡлы һөнәр
Көршәк әүәләү - зауыҡлы һөнәр
Көршәк әүәләү - зауыҡлы һөнәр
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: