Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
19 Декабрь 2021, 13:47

Башҡортостанда бер ханым туғандары ҡарауҙан баш тартҡан өс оло кешене тәрбиәгә алған

66 йәшлек Зөләлә Ҡәҙербаева ғүмере буйына Санкт-Петербургта йәшәгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, күсеп ҡайтып, Түбәнге Маншыр ауылында йорт һатып алған. Хәҙер ул яңғыҙы ҡалған оло йәштәгеләрҙе ҡарай.

Башҡортостанда бер ханым туғандары ҡарауҙан баш тартҡан өс оло кешене тәрбиәгә алған
Башҡортостанда бер ханым туғандары ҡарауҙан баш тартҡан өс оло кешене тәрбиәгә алған

Мирзахан Хәтмуллин унда биш йыл йәшәй. Быйыл сентябрҙә ханым Муса Нафиҡов менән Рәис Ғүмәровты тәрбиәгә алған.

Ҡарттарҙың өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ, бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәйҙәр, иң мөһиме «ҡыҙҙары» уларға шундай тәмле итеп бешерә, шифаханаларың ары торһон, тиҙәр уның хаҡында социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә.

Берәүһенең бер туғандары бар, улар килеп йөрөмәй, ләкин ханымдан уның пенсия аҡсаһынан ҡәбер ташы өсөн аҡса йыйып барыуын талап итә. Икенсеһенә улы килеп, күстәнәстәр ҡалдырып китә, уның хәл-әхүәлен һораша.

Өсөнсөһөнөң ҡатыны юл фажиғәһендә һәләк булған, улы Туймазыла йәшәй, әммә атаһының ҡайҙа икәнен дә белмәй. Уға бер кем дә килмәй.

«Минең өсөн кемделер тәрбиәгә алыу мөһим ине. Ҡарауҙың һис бер ауырлығын да тоймайым, хатта күңелле. Әлбиттә, улар фәрештә түгел. Ләкин мин уларға уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышам», — ти Зөләлә Ҡәҙербаева.

Фото: "Башинформ".

https://www.bashinform.ru/news/social/2021-12-13/zhitelnitsa-bashkirii-vzyala-v-priemnuyu-semyu-troih-broshennyh-rodstvennikami-starikov-2617585 

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: