Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
13 Декабрь 2021, 10:42

Рөстәм Нәбиев йыһанға осорға әҙерләнә

"Минең белемем башланғыс ҡына, шуға күрә репетиторға йөрөйөм".Тулы текст сайтта:

Рөстәм Нәбиев йыһанға осорға әҙерләнә
Рөстәм Нәбиев йыһанға осорға әҙерләнә

Билдәле блогер, сәйәхәтсе, альпинист һәм йәмәғәт эшмәкәре тағы беҙҙе таң ҡалдырмаҡсы. Дөрөҫөрәге, ике аяғы ла ампутацияланған элекке десантсы, теләк көслө булғанда, ҡулдан килмәҫлек бер эш тә юҡ, тип иҫәпләй. Ул “Панорама Башкортостана” журналына биргән интервьюһында уның менән эре халыҡ-ара проект ойоштороусылары бәйләнешкә ингәнен әйткән.

Рөстәм Нәбиев киләсәктә йыһан киңлектәрен байҡаясағына ышана. “Космосҡа осасаҡ йөҙ үҙенсәлекле кеше” тип аталған халыҡ-ара проект бар. Тәүге тапҡыр бейеклекте яулағандан һуң ошо проектты тормошҡа ашырыусылар минең менән бәйләнешкә сығып, шунда ҡатнашырға саҡырырға теләүҙәрен әйтте. Мин риза булдым. Ҡасан буласағы хаҡында әлегә әйтмәйем, әҙерлек бара. Беренсенән, инглиз телен үҙләштерергә кәрәк. Ә минең белемем башланғыс ҡына, шуға күрә репетиторға йөрөйөм. Космосҡа осорға теләгәнем өсөн генә түгел, дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер инглиз телен белмәйенсә бер ни ҙә эшләп булмай”, – тип һөйләгән Рөстәм Нәбиев.

Ҡыйыу, ныҡышмал яҡташыбыҙҙың был ҙур маҡсатына өлгәшеүе бик мөмкин. Беҙ уға барыһынан да элек һаулыҡ, ғаилә именлеге, күтәренке кәйеф теләйбеҙ.

Фото: “Башинформ”.

 

Автор:Дина Арсланова
 
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: