Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Ноябрь 2021, 11:43

Афарин, Ислам!

Ҡырмыҫҡалы ауылынан 12 йәшлек Ислам Алдаҡаев абруйлы республика бәйгеһендә "Иң рухлы йырсы" номинацияһында еңеүсе булды

Афарин, Ислам!
Афарин, Ислам!

Ислам бәләкәйҙән йырларға ярата. Шуға ла Район мәҙәниәт һарайына Салауат Әйүпов етәкселегендәге "Егеттәр" вокал түңәрәгенә ихлас шөғөлләнә. Уның район тамашаларындағы сығыштарын тамашасылар күптән яратып өлгөрҙө.
- Һәләтле малайҙың мөмкинлектәрен күреп, уға "Сулпылар" телевизион бәйгеһендә ҡатнашырға тәҡдим иттем. Һәм Ислам менән беҙҙең өсөн ижади тормош яңы яңы көс менән дөрләй башланы. Әйтеп үтергә кәрәк, быйылғы бәйгелә конкурсанттар бик көслө ине. Тәүге турҙа барлығы 350 малай-ҡыҙ ҡатнашырға теләк белдергән ине. Уларҙың 50-һе генә икенсе турға үтте. Ә инде финалда ҡатнашыу хоҡуғына 13 бәйгесе генә эйә булды, - ти Салауат Фәтихулы.
🎤Ислам беренсе турҙа "Һыбайлылар" йырын башҡарһа, икенсе турға "Мин башҡорт балаһы" йырын әҙерләй, ә инде финалда "Ай, һай, Гөлкәйем" йырының заманса вариантын тәҡдим итә. "Сулпылар-2020"лә 1-се урын яулаусы Розалина Әйүпова Исламдың сығышын сағыу бейеүе менән йәмләй.
⭐Балаларҙың сығышын БАССР-ҙың халыҡ йырсыһы Нәзифә Ҡадирова, Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов, популяр йырсы Тимур Рамазанов баһалай. Финалда жюри составында иһә легендар композитор Рим Хәсәнов та була. Жюри ағзалары Исламдың артистизмына, сәхнәлә үҙен тота белеүенә һоҡланыуын йәшермәй. Шулай итеп, һәләтле яҡташыбыҙ абруйлы бәйгелә "Иң рухлы йырсы" номинацияһында еңеү яулай. "Бәйгелә ҡатнашыу бик оҡшаны. Үҙемә дуҫтар, таныштар таптым, күп нимәгә өйрәндем. Бының өсөн етәксем Салауат Әйүповҡа һәм ата-әсәйемә рәхмәт", - ти ул. Әйткәндәй, "Сулпылар"ҙың Гала-концертын Яңы йыл алдынан Башҡортостан Юлдаш телевидениеһынан күрһәтәсәктәр.
💧🔥Эйе, ниндәй ҙә булһа бәйгелә алырға мөмкин булған иң мәһим нимә - ул дәрт һәм рух. Был дәрт һәм рух киләсәктә Исламды яңы үрҙәргә әйҙәр әле!

Наҙгөл БАЙРАМОВА

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: