Даирә
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
25 Ноябрь 2021, 21:23

"Индира, ғәфү ит..."

Рөстәм Нәбиев тормошондағы ниндәй хәл хаҡында һөйләне?Тулы текст сайтта:

"Индира, ғәфү ит..."
"Индира, ғәфү ит..."

Ике аяғын да юғалтҡан элекке десантсы, әле блогер һәм уңышлы кеше Рөстәм Нәбиев Инстаграмға ҡыҙҙарына бәйле ҡыҙыҡлы яҙма ҡуйҙы.

“Тормошомдағы иң ҙур хыялым атай булыу ине. Һәм айырыуса ҡыҙ баланың атаһы булғым килде.

Күп тапҡыр һөйләгәйнем инде: тәүҙә Индира оҙаҡ ҡына ауырға ҡала алманы. Ныҡ ҡайғыра инем, проблема миндә тип уйланым. Тикшеренеү үтергә тип кенә йөрөгәндә, ҡатыным үҙен ауырлы тип ҡыуандырҙы.

Мин күберәк ваҡытты балаларым менән бергә үткәрергә тырышам. Ҡайһы берҙә әсәйебеҙҙең яңғыҙын ял итергә ебәрәбеҙ, сөнки, әлбиттә, ул ҡыҙҙар менән күберәк ултыра. Оҙаҡ итеп тауға менеүҙәрем ваҡыты ғына ни тора бит. Әлбиттә, уның арыуын һәм ял кәрәклеген аңлайым.

Бәлки кемдер ситтән ҡарап, “О, һинең нисек ҡулыңдан килә һуң ул? Һинең бит үҙеңә ярҙам кәрәк” тип әйтер. Әммә был кешеләр күргән тышҡы образ ғына. Ысынбарлыҡта мин теләһә ниндәй һау кешегә ҡарағанда ла тулыраҡ тормош менән йәшәйем һәм үҙемде нисектер сикләнгәнмен тип тоймайым. Шуға күрә рәхәтләнеп ҡыҙҙар менән ҡалам һәм барлыҡ ата-әсә бурыстарын үҙ иңемә алам. Беҙ әсәйһеҙ һағышҡа бирелеп ултырмайбыҙ (Индира, ғәфү ит), күңелле итеп ваҡыт үткәрәбеҙ. Уйнайбыҙ, уҡыйбыҙ, тышҡа сығабыҙ һәм спорт менән шөғөлләнәбеҙ. Ашарға әҙерләү, уларҙы йыйындырып балалар баҡсаһына алып барыу, йыуындырыу, йоҡларға һалыу – күңелле мәшәҡәттәр. Мин хатта бысраҡ подгузниктарҙан да ҡурҡмайым!

Шуныһы ҡыуаныслы, улар мине башҡалар һымаҡ инвалид тип күрмәй. Иң мөһиме - балаларым мине супермен тип тойһон һәм күрһен, улар өсөн аталары бөтә маҡсаттарға ла өлгәшәсәк.

Үҙем балаларымдың сикһеҙ мөхәббәтен, хәстәрен тоям. Аталарының ниндәй хәлдә икәне улар өсөн мөһим түгел, тик янда ғына булһын һәм быны эштәре менән дәлилләһен”, – тип яҙҙы Рөстәм Нәбиев.

Фото: Инстаграм.

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: