Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Ноябрь 2021, 11:24

Өфө паркында һыуға батып барған 7 йәшлек ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарған герой «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Бәхетһеҙ осраҡ 17 ноябрҙә Яҡутов исемендәге парктың Һалдат күлендә булған.  

Өфө паркында һыуға батып барған 7 йәшлек ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарған герой «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде
Өфө паркында һыуға батып барған 7 йәшлек ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарған герой «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Һыуға бата яҙған ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарған Денис Наумчик республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Награданы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тапшырҙы.

«Ир ҡыҙҙың күлдә бата башлағанын күреп ҡалған да ярҙам күрһәтергә ашыҡҡан. Боҙ аҫтына киткән, ләкин баланы ярға һөйрәп сығара алған, — тип билдәләне Ирек Сәғитов. — Мин Денисты үҙен ысын ир-егеттәрсә тотҡаны өсөн рәхмәт әйтергә саҡырҙым. Шундай кешеләрҙең булыуы һөйөндөрә».

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары балаларҙың ата-әсәләренә мөрәжәғәт итте.

«Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмауығыҙҙы һорайым, уларҙы яңғыҙҙарын йылға-күл буйҙарына ебәрмәгеҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ», — тине ул.

Денис Наумчикты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы наградаһына тәҡдим итергә йыйыналар.

Минең урында булған һәр атай ярҙам ҡулы һуҙыр ине, ти Денис. Ул ҡатыны менән өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй.

«Бындай хәлдә ҡалғаным юҡ ине, ләкин 17 йыл буйына нефть тармағында эшләгәндә ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында үҙеңде тотоу тәжрибәһе, сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса алған белем хәтерҙә ҡала. Тормошта шуның менән күҙгә-күҙ осрашҡас, улар ҙа ҡарар ҡабул иткәндә роль уйнаны», — тине «РН-БашНИПИнефть» хеҙмәткәре Денис Наумчик.

 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: