Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
10 Октябрь 2021, 16:02

Рөстәм Нәбиев йыһанға осормо?

Рөстәм Нәбиев үҙен шундай оло һынауға дусар итеп, тауға артылғанда яҡындары тураһында ла уйлаған һәм уның өсөн иң ҡурҡҡаны...Тулы текст сайтта:

Рөстәм Нәбиев йыһанға осормо?
Рөстәм Нәбиев йыһанға осормо?

Хәбәр итеүебеҙсә, билдәле блогер Рөстәм Нәбиев Манаслауға күтәрелеп, 8163 метр бейекле яулап, кисә Өфөгә ҡайтты. Уны Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропортында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы вәкилдәре, журналистар, ҡатыны һәм балалары ҡаршыланы.

Ҡаршылаусылар араһында мөмкинлеге сикләнгән балалар ҙа бар ине. Илья исемле малай Рөстәмдән: “Тауҙа ҡояш ныҡ яндырамы?” тип ҡыҙыҡһынды.

– Көслө. Минең битем янды. Унда болотло булһа ла, барыбер ҡарҙан сағылып, янаһың. Етмәһә, ундағы ультрафиолет нурҙарҙың зыяны ҙур, – тип аңлатты Рөстәм Нәбиев.

Рөстәмдең был тау яулауы икенсеһе, беренсеһен ул әсәһенә бағышлай. Әсәһен иҫкә алғанда уның көслө тулҡынланыуы тойолдо.

– Минең алда торған тауҙар ҙурлығы менән хайран ҡалырлыҡ. Уларҙы яулау бурысы тора ине һәм мин уны үтәнем. Бер ваҡытта ла кире боролоу уйы тыуманы. Ҡыйын булырын белдем. Һыҙланған саҡта һәм ҡулдар тыңламағанда һыҙланыуҙы баҫҡан дарыуҙар ярҙамында үттем. Иңбаштар бөттө, – тип уртаҡлашы ул.

Рөстәм Нәбиев үҙен шундай оло һынауға дусар итеп, тауға артылғанда яҡындары тураһында ла уйлаған һәм уның өсөн иң ҡурҡҡаны ғаиләһенә кире әйләнеп ҡайта алмау хәүефе булған.

“Был үлем урыны һәм минең аңда кире ҡайта алмау ихтималлығы тураһында ла уй бар ине. Әммә мин был ҡурҡыуҙы еңеп, был хаҡта уйламаҫҡа тырыштым”, – тип эскерһеҙ уйҙары менән бүлеште ул.

Рөстәм Нәбиев бының менән генә туҡтамаясағы хаҡында ла әйтте, киләсәктә ул Килиманджароға сәйәхәткә сығырға хыяллана. Шулай уҡ Эвересҡа менеү һәм йыһанға осоу уйы ла бар.

– Әле һаман ышанып бөтә алмайым. Тәжрибәле альпинистар әйтеүенсә, уны бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына төшөнәһең. Минең әлегә ҡатынымды ҡосаҡлайһым, яратҡан өй ризыҡтарын һәм французса бешергән итте ашағым килә, – тип йылмайҙы ул.

Уны тормош иптәше Индира һәм ҡыҙҙары София һәм Әминә ҡаршыларға килгәйне.          

Белеүебеҙсә, көслө ихтыярлы яҡташыбыҙ, 2015 йылда фажиғәгә осрап, ике аяғын да юғалтыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара, күптәргә өлгә күрһәтеп йәшәй.

Рөстәм Нәбиев әлеге рекорды мәлендә үҙаллы бик ауыр маршрутты үтә, унда вертикаль боҙлауыҡтар, 50 метрға тиклем сатнаған урындар була, тау ишелеү хәүефе янай.

Егеттең экспедицияһы 34 көн дауам иткән. Бейеклекте яулауға һәм кире төшөүгә алты тәүлек киткән. Ошо ваҡытта ул ике ҡулында 52 сәғәттә боҙватҡыс менән 105 мең тапҡыр һуғып, 35 саҡрым юл үткән. 

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белереүенсә, Рөстәм Нәбиевтың тормош рәүеше, ихтыяр көсө башҡаларға үрнәк булып тора.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2021-10-09/r-st-m-n-biev-yy-an-a-osormo-2537115?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: