Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
10 Октябрь 2021, 20:34

Илназдың теләге тормошҡа ашты

Мәскәү бизнесмены малайҙы һәм уның әсәһен баш ҡалаға саҡырып, юл һәм йәшәү хаҡын түләгән һәм, әлбиттә, “Ламборгини” автомобилендә йөрөткән.Тулы текст сайтта:

Илназдың теләге тормошҡа ашты
Илназдың теләге тормошҡа ашты

Хәтерегеҙҙәлер, быйыл июль айында Туймазы районында йәшәгән ун йәшлек Илназдың бәхетһеҙлек осрағы һөҙөмтәһендә ике ҡул суғынан яҙыуы барыбыҙҙы тетрәндергәйне.  Дуҫтары менән ауылдағы берҙән-бер майҙанда футбол уйнағанда туптары эргәләге  трансформатор будкаһы  яғына тәгәрәй. Малай уны алырға теләп, юғары көсөргәнештәге подстанцияға ингәндә, баланы ток һуға...

 Уның иҫән ҡалыуы үҙе бер мөғжизә. Илназ күп операциялар үткәрә, уның ныҡышмал, оптимист, тормошто яратыуына һоҡланырлыҡ.  Бер саҡ ул балаларса бер ҡатлылыҡ менән үҙенең “Ламборгини” автомобилендә йөрөргә теләгәнен белдерә. Ғәжәп, Илназдың хыялын тормошҡа ашырған тылсымсы табылды!   Мәскәү бизнесмены малайҙы һәм уның әсәһен  баш ҡалаға саҡырып, юл  һәм йәшәү хаҡын  түләгән һәм, әлбиттә, “Ламборгини”  автомобилендә йөрөткән.  Илназдың башҡа теләктәре лә тормошҡа ашыуын, сәләмәт булыуын теләйбеҙ.

Фото:Vk.com

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-10/ilnazdy-tel-ge-tormosh-a-ashty-2537604?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: