Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Сентябрь 2021, 14:09

“Мин Ирәмәлгә мендем!”

Һуңғы йылдарҙа күп кешеләр туризм менән ҡыҙыҡһына. Кемдәрҙер сит илдәрҙе, Рәсәй төбәктәрен байҡаһа, икенселәр гүзәл Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәткә сыға.

“Мин Ирәмәлгә мендем!”
“Мин Ирәмәлгә мендем!”

Әүлиәләр төбәге булған тыуған еребеҙ күп һыулы йылға-күлдәргә, мәғрүр тауҙарға, ҡуйы урмандарға, икһеҙ-сикһеҙ ялан-ҡырҙарға бай. Башҡортостандың бейеклеге буйынса икенсе урында булған Ирәмәл тауына артылыусылар ҙа байтаҡ. Мәғлүм булыуынса, был тауға менеүе анһат түгел. Шуға күрә Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе 74 йәшлек Фәрзүнә Йыһаншинаның Ирәмәлдә булып, унда районыбыҙҙың флагын ҡаҙап ҡайтҡанын белгәс, уҙаман менән яҡындан танышыу теләге тыуҙы.
- Мин тыумышым менән йәмле Ҡариҙел районынанмын. Әллә хозур тәбиғәтле яҡта тыуып үҫкәнгәме, һәр саҡ тәбиғәткә тартылам. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында ветеринар һөнәре алдым. Тормош иптәшем менән шунда уҡығанда танышып тормош ҡорҙоҡ. Уҡыуҙы тамамлағас, уның тыуған районына ҡайттыҡ. Бында бар ғүмеремде ветеринария станцияһындағы ветеринария лабораторияһында эшләүгә бағышланым. Эш осоронда спорт йәки башҡа шөғөл тураһында уйларға ла ваҡыт булманы. Хаҡлы ялға сыҡҡас, спорт һәм туризм менән ҡыҙыҡһына башланым. Фитнесҡа йөрөйөм, йога менән шөғөлләнәм, ҡыштарын саңғыла йөрөргә яратам, республикабыҙҙың йәмле һәм иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәттә йөрөүҙе кәрәкле табам. Ағиҙел буйлап катамаранда Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыуҙар, Еҙем йылғаһында катамаранда йөрөү һәм башҡалар матур онотолмаҫ иҫтәлектәр ҡалдырҙы.
Ирәмәлгә күптәр артыла тип ишеткәс, өлкән йәштә булһам да, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн унда менеп ҡарарға булдым. “Ҡулымдан килерме?”, “Хәл етерме?” тигән һорауҙарға яуап эҙләп, үҙемде һынап ҡарарға ниәт иттем. Туристик агентлыҡ аша юллама һатып алдым да Өфөнән автобуста ҡуҙғалып киттек. Көньяҡ Уралдың Ирәмәл түбәһенә күтәрелеү өсөн Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылы яғынан һалынған маршрут буйынса барҙыҡ. Барып етәрәк автобустан төшөп, башҡа машинаға ултырып киттек. Тау һыртында иҫ китмәле күренешкә тап булдыҡ: бында машиналарҙың күплеге! Ә төрлө йәш категорияларындағы кешеләрҙең – балаларҙан башлап өлкән йәштәгеләргә тиклем берәүҙәре өҫкә табан, шулай уҡ бик күптәр инде түбәне күреп, аҫҡа табан атлайҙар ине. Беҙҙең командала күбеһенсә йәштәр булды, мин иң өлкәне инем. Минең менән бергә иптәшкә 63 йәшлек Благовар районы ҡатыны тура килде. Юлда бер кем дә зарланманы. Барлығы биш сәғәт тирәһе күтәрелгәнбеҙҙер. Атланыҡ та атланыҡ, әллә ни ҡыйын булманы. Маҡсат ҡуйғас, ауырлығын да бик тоймайһың икән! Тауға менгәндә тирә-йүндәге йәшеллеккә, сылтырап аҡҡан тау йылғаларына һоҡландыҡ. Кемдәр үҙҙәре менән һыу алмаған, улар шул тау шишмәһенең һыуын шифалы тиеп эстеләр. Уны күптәр тереһыу итеп ҡабул итте. Өҫкә менгәндә бик артҡа ҡарарға тырышмайһың, сөнки ҡурҡыныс булып китә. Арыманыҡ, сөнки беҙгә тау һауаһы, ныҡлы ҙур таштар, илаһи бейеклек, ҡыйыу бөркөттәр иле көс бирҙе. Текә тауҙа ҙур үркәс артынан үркәс осраны. Ҙур таштар буйлап менгәндә уларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине! Улар тауға менеү өсөн ниндәйҙер ярҙамсы ла булдылар.
Кәртәле юлдар аша тауҙың башына менеп тә еттем! Тау түбәһендә көслө генә ел ине. Ул һелкетеп-һелкетеп ала. Шулай ҙа бошонманым, килгәнемә үкенмәнем, ә килеп сыҡты, Ирәмәлгә менә алдым, тигән ғорурлыҡ хистәре кисерҙем. Әйтерһең дә, мин Эверестҡа менгәнмен! Мин әкиәттә ишеткән Ирәмәл тауындамын! Шул тиклем матурлыҡ! Бала саҡтағы кеүек әкиәткә сумғандай булдым. Бындағы матурлыҡты фото күрһәтеп, һөйләп кенә аңлатып бөтөрөрлөк түгел. Унда үҙең барып, үҙ күҙҙәрең менән күреү кәрәк. Мөғжизәгә тиң ерҙәрҙәге сәфәрем күңелемә рәхәтлек биреп, көс өҫтәне. Ирәмәлгә бер менгән кешенең тағы менгеһе килә, тип ишеткәнем бар. Ысындан да шулай икән. Тағы барырға иҫәп бар. Ошо сәфәремдәге сихри күренештәр һаман әлеге кеүек һаҡлана. Аяҡтарым да һыҙламаны, тиһәм дә була, бер нисә көн мускулдар ғына аҙыраҡ үҙен һиҙҙерҙе. Ғөмүмән, тауға менеп көс артҡанын тойҙом. Кеше тәбиғәт балаһы бит, уға тауҙар, урмандар, һыуҙар кәрәк икәнен беләм.
Туристик төркөм менән барғас, уңайлыҡтар тыуҙырылғайны. Форсаттан файҙаланып шуны әйткем килә: районда турагентлыҡтың эшләүе беҙ, ололар өсөн бик тә һәйбәт.
Бында ял иткәндә мунса индек, бешерелгән тәмле йылы аштар ашаныҡ, һыу индек. Сәйәхәттән алған кисерештәр оҙаҡ ваҡыт дәрт бирер, тип ышанам, - тип һөйләне Фәрзүнә Арыҫлан ҡыҙы.
Фәниә Сәлимгәрәева яҙып алды.

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: