Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
2 Август 2021, 11:38

Һауаларҙы иңләй десантсылар

2 августа Рәсәйҙә һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Был ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән егеттәр элек-электән батырлыҡ һәм ышаныслылыҡ өлгөһө булып торалар. Элиталы ғәскәрҙәргә алыныу һәм унда хеҙмәт итеү – буласаҡ һалдаттар өсөн әле лә ҙур хыял. Байрамдары алдынан күптән түгел генә һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Ҡырмыҫҡалы ауылы егете Алексей Сидоров менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ районыбыҙҙа йәшәүсе десантсылар һәм буласаҡ һалдаттар өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.

Һауаларҙы иңләй десантсылар
Һауаларҙы иңләй десантсылар
Тыуған йылы: 2000 йылдың 21 октябре.
- Алексей, үҙең менән таныштырып үтһәңсе?
- 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбен тамамланым. Уҡығанда химия-физика дәрестәрен ярата инем. Әсәйем Әлфиә Альберт ҡыҙы атайым Владислав Владимирович йәшләй генә фани донъяға күскәндән һуң мине ысын ир-егет итеп үҫтерергә тырышты. Шуға күрә, 4 йыл Өфө тимер юл транспорты техникумын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлағандан һуң ил алдындағы бурысымды үтәү тураһындағы һорау минең алда торманы.
- Оҙатыу кисәһе булдымы? Нимә иҫеңдә ҡалды?
- 4 июлдә яҡындарым, дуҫтарым менән оҙатыу кисәһен үткәрҙек. Икенсе көнгә үҙебеҙҙең хәрби комиссариаттан Өфө саҡырыу пунктына оҙаттылар. Унда ике көн булғандан һуң поезда Омск ҡалаһына йүнәлдек. Бер йылға ғына киткәс, һағынырға ла өлгөрмәйһең, оҙаҡ хушлашырға ла яратмайым, үҙенсәлекле бер нимә лә булманы.
Буйы: 175 сантиметр
- Һауа-десант нисек ғәскәрҙәренә эләктегеҙ?
- Бала саҡтан десантсы булырға хыялландым, район хәрби комиссариатында һауа-десант ғәскәрҙәренә тәғәйенләүҙәрен әйткәс, бик ҡыуандым. Унда эләгеү өсөн физик яҡтан һау-сәләмәт булыу мотлаҡ.
- Ниндәй ҡалала хеҙмәт иттең?
- Омск ҡалаһындағы 242-се уҡыу үҙәгендә хеҙмәт иттем. Бында кесе командирҙарҙы һәм һауа-десант ғәскәрҙәре өсөн юғары квалификациялы белгестәрҙе әҙерләйҙәр.
Ярты йыл бында хеҙмәт иткәндән һуң хеҙмәттәштәрем башҡа ғәскәрҙәргә ебәрелде. Мин Стрәлетамаҡтан дуҫым менән Омскта ҡалырға ҡарар иттек.
Ауырлығы: 65 килограмм
- Часта нимәләр менән шөғөлләндең. Көн тәртибе нисек ине?
- Һауа-десант әҙерлеге буйынса теория өлөшөн дәфтәрҙәргә яҙып барҙыҡ, БМД-2 танкыһының Д-10 парашют системаһының такти-техника характеристикаларын өйрәндек. Танктар йөрөттөк һәм уларҙан атырға өйрәндек.
Көн тәртибенә килгәндә, һәр иртә һауа шарттарына ҡарамайынса, асыҡ һауала йүгереүҙән башланды. Иртәнге күнекмәләрҙән һуң – тышҡы ҡиәфәтте тәртипкә килтереү һәм иртәнге аш. Рота развод эшләү өсөн сафҡа теҙелгәндән һуң уҡыу, полигонға танктарҙа сығыу йәиһә хәрби-десант әҙерлеге башлана.
Көн тәртибе барлыҡ һалдаттарҙыҡы кеүек, барыһы ла рота командирынан тора. Беҙҙең көн тәртибенең үтәлешен шәхсән рота старшинаһы майор Козлов тикшереп торҙо. Ул беҙҙе ҡаты тәртиптә тоторға өйрәтте.
Спорт төрө: еңел атлетика.
- Туҡланыу яғы нисек булды?
- Беҙҙе яҡшы ашаттылар. Ғөмүмән, хәҙер армияла бар ерҙә лә туҡланыу яҡшы, тиҙәр. Үҙеңә ниндәй аш оҡшағанын һайлап та була хатта! Мәҫәлән, туҡмаслы йәиһә борсаҡ ашы. Икенсегә макарон, ҡарабойҙай, башҡа төрлө бутҡалар, салаттар бирәләр.
Элек һөйләгәндәргә ҡарағанда, хәҙер күпкә яҡшыраҡ.
- Парашюттан һикереү ҡурҡыныс булдымы? Тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
- Парашюттан һикерергә дүрт ай буйына әҙерләндек. Был көн минең тыуған көнөмә тура килеүе менән дә иҫтәлекле булды. 9 кешенән торған корабель төркөмө АН-2 самолетынан парашюттарҙа бер-бер артлы һикерҙек. Әгәр ҙә төркөмдәге бер кеше һикермәһә, башҡалар ҙа һикерә алмаясаҡ, сөнки төп тотороҡландырыусы купол асылмаясаҡ.
Мин етенсе булып һикерҙем. Әлбиттә, бер аҙ ҡурҡынысыраҡ ине. Борттан айырылған ваҡытта тын алышы туҡтағандай була, ә 800 метр бейеклектән 2 минут тирәһе осоу ваҡытында бар ғүмерем күҙ алдынан үткәндәй булды.
Беҙҙең часта хеҙмәт итеү осоронда ике тапҡыр парашюттан һикереү ҡаралған. Һауа торошо шарттары насар булыу сәбәпле, беҙгә башҡаса һикерергә тура килмәне. Ә башҡа частарҙа 6-8 тапҡыр ҙа һикергәндәр.
- Йөрөгән ҡыҙың бар инеме? Көтөп алдымы?
- Эйе. Хаттар яҙып, телефондан аралашып торҙоҡ.
- Һеҙҙә бабайлыҡ булдымы?
- Юҡ, булманы.
- Хеҙмәт осорондағы иҫегеҙҙә ҡалған сағыу мәл?
- Хәрби хеҙмәттә яңы дуҫтар таптым, был ысын һалдаттарса дуҫлыҡ. Улар
менән ғүмер буйына аралашып торорға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Иң сағыу мәлдәрем – парашюттан һикереүем һәм тыуған йортома ҡайтыу. Ҡасан ҡайтыуымды әсәйемә алдан хәбәр итмәнем. Вокзалда дуҫтарым ғына ҡаршы алды. Сәскәләр тотоп әсәйемдең эшләгән урынына барҙым. Шул ваҡыттағы тулҡынландырғыс мәл ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ булды.
- Контракт буйынса ҡалырға уйың булманымы?
- Хәрби часта бер нисә тапҡыр контракт буйынса ҡалырға тәҡдим иттеләр. Ләкин, минең маҡсаттарым башҡа төрлө.
Әлеге көндә Петербург дәүләт хәбәр итеү юлдары университетының логистика һәм хәрәкәт факультетына документтарымды тапшырҙым. Киләсәк маҡсатым – Рәсәй тимер юлдарын яулау!
- Байрамығыҙҙы нисек билдәләйәсәкһегеҙ? Буласаҡ һалдаттарға теләктәрең.
- Хеҙмәттәштәрем, өлкән десантсылар менән осрашасаҡбыҙ, аралашасаҡбыҙ.
Буласаҡ һалдаттарға үҙҙәрендә ихтыяр көсө, эш һөйөүсәнлек, ҡыйыулыҡ һәм яуаплылыҡ тәрбиәләргә кәңәш итәм. Бер йыл тиҙ генә үтеп китә, хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ, тип әйтер инем.
- Әңгәмә өсөн рәхмәт, Алексей. Барлыҡ десантсыларҙы ла байрамдары менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: