Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
7 Июль 2021, 12:50

Манижаға – 101 рауза

Өфөнән блогер Илнур Мифтахов 2018 йылда йырсы Манижа менән интервьюны уҡып, ҡыҙға ғашиҡ була.

Йырсының Өфөлә үткән VI Бөтә донъя фольклориадаһына ҡунаҡ булараҡ килерен белгәс, ул уның менән шәхсән осрашырға ниәт итә.
Концерт алдынан ул Манижа туҡталған ҡунаҡхана янына ат менән килә. Ҡыҙ егеттең бындай тәүәккәл аҙымын баһалай һәм уның менән осраша. Илнур ҡыҙға 101 раузанан торған гөлләмә бүләк итә һәм Өфө буйлап атта һыбай алып йөрөй. "Был осрашыуға ике аҙна дауамында әҙерләндем", - ти егет.
Белеүебеҙсә, Манижа Өфөгә әсәһе менән килгән. Йомарт егет уны ла буш ҡалдырмай: башҡорт милли биҙәүесе – селтәр бүләк итә. Ҡыҙҙың әсәһенә лә бүләк бик оҡшай, ул уны мотлаҡ тағып йөрөйәсәкмен, тип белдерә.
Осрашыуҙан һуң Илнур Манижаның бик ихлас, асыҡ ҡыҙ булыуын билдәләне.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/folkloriada/Maniga-a--101-rauza-851734/
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: