Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Июль 2021, 11:03

Республика Башлығы Әбйәлил егетенә рәхмәт белдерҙе

15 йәшлек Данир Мөхәмәҙиев һыуға батып барған баланы ҡотҡара.Тулы текст сайтта

Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль сәхифәһендә Әбйәлил районы Рауил ауылынан 15 йәшлек Данир Мөхәмәҙиевтың ата-әсәһенә рәхмәт белдерә. Ҡыйыу егет һыуға батҡан малайҙы ҡотҡарып, уға тәүге ярҙам күрһәтеп, туҡтаған йөрәген ҡайтанан "тибергә" булышлыҡ итә.
Рауил ауылына Ҡырҙастан олатаһына ҡунаҡҡа ейәне килә. Балалар Ҡыҙыл йылғаһына һыу инергә бара. Ниндәйҙер бер мәлдә ағын һыуға ҡаршы йөҙә алмай, малай бата башлай. Был ваҡытта баҫмала йәш үҫмер торған була, Данир батып барыусының арҡаһын ғына күреп ҡала һәм һыуға ташлана. Ул тиҙ арала батыусыны тотоп ала, иптәштәренең ярҙамы менән ярға сығарып, тиҙ арала яһалма тын алдыртыу күнекмәләрен эшләй. Һыуҙан сығарғанда, малайҙың йөрәгенең тибеше һиҙелмәй ҙә. Аҡрынлап уның пульсы һиҙелә, был ваҡытта өлкәндәр ҙә ярҙамға килеп етә. Әле батҡан малай район дауаханаһында табиптар күҙәтеүе аҫтында.
"Бына шундай егеттәрҙән ысын ирҙәр үҫә. Данир Мөхәмәҙиевҡа- 15 йәш, ул Әбйәлил районы Рауил ауылынан. Данир - күп балалы ғаиләнән, уның өс ҡустыһы һәм апайы бар. Хөрмәтле Әҡлимә һәм Кәрим Мөхәмәҙиевтар, һеҙгә лайыҡлы балалар тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм! Һеҙгә һәм һеҙҙең ғаиләгә бәхет һәм һаулыҡ теләйем!" - тип яҙған Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, Данирҙың әсәһе күптән түгел Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан "Әсәлек даны" миҙалын алған.
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Respublika-Bashli-i-by-lil-egeten-r-hm-t-belder-e-844720/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: