Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Июнь 2021, 16:34

Барлыҡ хыялдарым әкренләп тормошҡа аша , - ти Светлана Әхмәҙиева

Йәшләй генә ауырлыҡтар менән күҙмә-күҙ осрашҡан, шул уҡ ваҡытта үҙ алдына ҡуйған уй-теләктәрен бойомға ашырыуға өлгәшкән Светлана Әхмәҙиева менән әңгәмәләшкәндән һуң, уның күп ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ысын батырлыҡ һәм һоҡланыу өлгөһө булыуына инандым.

Светлананың тамырҙары Мөкәй ауылынан. Ауылда 2-се класты бөткәндән һуң, ҡыҙ ғаиләһе район үҙәгенә күсеү сәбәпле, 3-сө класҡа Ҡырмыҫҡалы гимназияһына уҡырға килә. 9-сы кластан һуң документтарын Өфө механика-технологик колледжына тапшыра һәм дүрт йыл уҡып, туҡланыу буйынса технолог һөнәренә эйә булып сыға.
Баҡалы районы егете Илнур менән улар бер уҡыу йортонда уҡыйҙар. Ләкин, бер ятаҡта йәшәһәләр ҙә, бер-береһен белмәгән булып сығалар. Яҙмыш уларҙы һуңғы курста Геленджикта практика үткәндә таныштыра. Дүрт ай буйына романтик шарттарҙа эшләйҙәр ҙә, ял да итәләр. Практиканан бик күп тәьҫораттар алып, тәжрибә туплап һәм мәңге бергә булырға һүҙ ҡуйышып ҡайта улар.
Йыл ярым дуҫлашып йөрөгәндән һуң йәштәр гөрләтеп туй үткәреп, ғаилә ҡороп ебәрә. Бер нисә йыл Илнурҙың тыуған яғы – Баҡалыла йәшәгәндән һуң, Әхмәҙиевтар Ҡырмыҫҡалыға ҡайтып төпләнергә ҡарар итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәрҙең тәүге шатлығы – улдары Илназ табиптар хатаһы буйынса инвалид булып ҡала. 22 йәшлек Светланаға был хәбәрҙе ишетеү аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай була. Әсә йөрәге был хәл менән һис тә килешергә теләмәһә лә, үҙен ҡулға алып, сабыйын тәрбиәләргә үҙендә көс таба. Дауаханалар юлын күп тапарға тура килеүгә ҡарамаҫтан, Илназ урын өҫтөндә ятыусы булып ҡала.
- Быға беҙ ҙә, сабыйыбыҙ ҙа ғәйепле түгел, ул беҙҙең көтөп алған балабыҙ. Иң мөһиме – бындай хәлдә ҡаушап ҡалмаҫҡа, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә. Иремә тәүге көндәрҙән әлеге көнгә тиклем беҙгә ныҡлы таяныс булғаны өсөн рәхмәт. Ул булмаһа, беҙ нимә эшләр инек, – ти Светлана.
Илназдан һуң Әхмәҙиевтарҙың Сабрина исемле ҡыҙҙары һәм Искәндәр исемле улдары тыуа. Быйыл Сабрина 1 класҡа уҡырға барырға йыйына, ә кескәй Искәндәргә - өс йәш.
Ни өсөн Светлана тураһында гәзиткә яҙырға булдыҡ? Сөнки ул күптән түгел “Башҡортостан” дәүләт концерт залы һәм “Һомай” театр-дефиле” ойошторған “Башҡортостан гүзәле” бәйгеһендә ҡатнашып, үҙен тағы бер яҡлап асты. Фәҡәт үҙенең теләге, ныҡышмалылығы һәм тырышлығы арҡаһында үҙен бар республикаға күрһәтеү мөмкинлегенә иреште ул.
- Мин һәр ваҡыт үҫешергә теләйем, алдыма маҡсаттар ҡуйып йәшәйем. Был бәйгелә үҙ көсөмдө һынап ҡарау минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә ине. Ярыш сәме тойоуыма, көслө башҡорт рухлы әхирәттәр табыуыма яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Гәзит аша миңә әҙерләнергә һәм милли костюмдар табырға ярҙам иткән район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Мәҙинә апай Усмановаға, Флүрә апай Низамоваларға ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тип уртаҡлашты ул.
Светлана Фәнзил ҡыҙының буш ваҡыты юҡ тиергә була. Ул үҙе өсөн яңынан-яңы шөғөлдәр табырға ғына тора. Район мәҙәниәт һарайындағы "Сатҡылар" халыҡ театр студияһында шөғөлләнә, спектаклдәрҙә ҡатнаша. Күптән түгел халыҡ хөкөмөнә сығарылған “Игеҙәктәр” спектаклендә төп ролдәрҙең береһе - игеҙәк һыңары Рәсимәне бик оҫта итеп уйнаны.
Үҙе йырлаған һәм бейегән Светлананың тамада булып, төрлө тантаналарҙы, туйҙарҙы, юбилейҙарҙы алып барыуын да бик яраталар. Ул алып барған байрам саралары бик дәртле, сағыу һәм бай йөкмәткеле үтә.
Үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарау теләге, уны “Ҡырмыҫҡалы-ТВ” студияһына ла алып килә. Башҡорт телендә ҡотлауҙар рубрикаһын алып барырға теләйем, ти ул.
Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ гел матур булырға, үҙен тәрбиәләп йөрөргә тейеш, тигән фекерҙә Светлана.
- Бының өсөн үҙ өҫтөңдә күп эшләргә кәрәк. Мин, мәҫәлән, иртәнге сәғәт алтынан тороп йүгереү, фитнес менән шөғөлләнәм. Йүгереү буйынса район һәм республика ярыштарында ла ҡатнашҡаным бар. Йүгереү кешене йәшәртә лә, күтәренке кәйеф тә бирә һәм ауырлыҡты нормала тотоу өсөн дә файҙалы.
Әлбиттә, минең төп миссиям, ул балаларыбыҙҙы, күҙ нурҙарыбыҙҙы тәрбиәләү. Беҙ улар өсөн йәшәйбеҙ. Минең барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға теләгем шул: был донъяла барыһы ла һәр кемдең үҙенең ҡулында. Бары тик үҙеңә ышанырға, баҙнатлы булырға ғына кәрәк! Үҙ алдыма маҡсат ҡуйып йәшәгәнгәлер, Аллаға шөкөр, барлыҡ хыялдарым әкренләп тормошҡа аша, - тип һөйләне әңгәмәсем.
Әгәр ҙә кемдеңдер Светлана менән бәйләнешкә сығырға теләге бар икән, уның инстаграмдағы ссылкаһы: @svetlanafanzilovna.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: