Даирә
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
2 Июнь 2021, 14:16

Тыуған көнөң менән, Гөлназ!

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, күптәрҙең яратҡан йырсыһына әүерелгән Гөлназ Асаева бөгөн үҙенең тыуған көнөн билдәләй.

Ул 1998 йылдың 2 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы - Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Асаев. Уның менән айырылышҡандан һуң, Гөлназдың әсәһе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова артабанғы яҙмышын Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев менән бәйләй.
Гөлназ бәләкәйҙән сәхнәлә сығыш яһай, күптәр уның әсәһе менән бергә йырлаған йырҙарын яҡшы хәтерләйҙер. 14 йәшендә Гөлназ үҙен йыр ижадына етди бағышларға була. Бер нисә йыл эсендә генә иҫ киткес вокаллы ҡыҙ ғәжәйеп уңыштарға өлгәшә. Ул башҡорт һәм татар телдәрендә йырлай, төрлө йыр конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Бөгөн йырсының репертуарындағы "Тулай буран", "Онота алмам", "Китә ҡаҙҙар", "Болан балаһы" кеүек йырҙары уның ижадын һөйөүселәрҙең күптән инде хитына әйләнгән. Гөлназдың концерттарында залдар тулы була, уның ижадын ололар ҙа, йәштәрҙә яратып ҡабул итә.
Беҙ ҙә яратҡан йырсыбыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ! Әйткәндәй, былтыр Гөлназдың йырсы Вилли ( Вилдан Шәмсетдинов) менән никахы булды.
Фото: Гөлназ Асаеваның шәхси альбомынан.
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: