Даирә
+27 °С
Облачно
Афарин!
2 Июня 2021, 04:27

Эльбрус Ниғмәтуллин ниндәй рекордҡа әҙерләнә?

Спортсы вертолеттарҙың береһен елкәһенә ултыртып...

Рәсәй спортсыһы һәм әүҙем йәмәғәтсе Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекорд ҡуйырға – “вертолет ултыртырға” әҙерләнеүен дауам итә.
Ул был хаҡта социаль селтәрҙә һөйләп, аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр күнекмәләр үткәреүе тураһында хәбәр итте.
- Бер ыңғай “ҡанатлы машинаны” ултыртыу өсөн махсус “өҫтәл” эшләү менән булышам. Һынау үткәреү барышында КА-26 ватан вертолетынан баш тартырға тура килде. Сәбәбе – вертолеттың үтә көслө вибрацияһы ултыртыу барышында техниканың ауыуына килтереүе ихтимал. КА-26-ға алмашҡа “Робинсон 44” һәм “Агуста” тигән ике вертолет килде, - тип аңлатты Эльбрус Ниғмәтуллин.
Спортсы ошо вертолеттарҙың береһен елкәһенә ултыртып, күтәрергә ниәтләй. Әгәр быны эшләй алһа, ул яңы рекорд ҡуясаҡ.

Фото һәм сығанаҡ: mgazeta.com
Читайте нас