Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
29 Май 2021, 19:43

Рөстәм ҡотҡарыусыһына рәхмәт әйтергә барҙы

Бер көндө ул миңә: "Рөстәм, иртәгә отпускыға китәм. Минең ҡабат эшкә килеүемә реанимациянан сығыуыңды теләйем. Вәғәҙә итәһеңме?" – тине

Рөстәм Нәбиев ошо көндәрҙә Мәскәүҙә йөрөй. 27 майҙа ул былтыр Эльбрус тауы түбәһенә (5642) ҡулдары ярҙамында ғына менгән өсөн Рус география йәмғиәтенең "Гәлсәр компас" наградаһына лайыҡ булды. Билдәле блогер "Инстаграм"да уға тауыш биргән кешеләргә рәхмәтен белдергән. "Был бүләкте һеҙгә арнайым. Миңә ышанаһығыҙ. Ә кешегә ышанғанда, ул булмаҫтайҙы булдыра. Был – беҙҙең уртаҡ еңеү!" – тигән ул.
Ә бөгөн ул бик ҡәҙерле кеше менән осрашҡанын яҙған. Элек Н.Н. Бурденко исемендәге госпиталдә эшләгән табип ул.

"Андрей Викторович – хирург-реаниматолог. Казарма емерелгәндән һуң Омск ҡалаһынан махсус самолетта Мәскәүгә госпиталгә алып килгәстәр, мин уның ҡул аҫтына эләктем. Эйе, ул – табип һәм пациенттарға ярҙам итеү уның бурысы һанала, әммә баштан уҡ был кешенең айырым бер мөнәсәбәтен, ярҙам итеү теләген тойҙом, тәүге мәлдән көн дә түҙемһеҙләнеп яныма килеүен көттөм. Һаман да йоҡлай алмай ятҡанымды, йоҡо дарыуҙарының файҙаһы булмағанын, шул саҡта Андрей Викторовичтың баш өҫтөмдә эйелеп бишек йырын йырлағанынан серемгә киткәнемде иҫләйем. Үҙемде тап ошоға мохтаж сабый итеп тойҙом шунда.
2015 йылдың август уртаһы ине. Бер көндө ул миңә: "Рөстәм, иртәгә отпускыға китәм. Минең ҡабат эшкә килеүемә реанимациянан сығыуыңды теләйем. Вәғәҙә итәһеңме?" – тине. Минең кәйефем төштө, әммә һүҙемдә торҙом – 24 августа хирургия бүлексәһенә күсерҙеләр. Артабан Андрей Викторович минең яныма дауалаусы табип рәүешендә түгел, ә былай ғына килеп йөрөнө.
Әле 2015 йылдың сентябренән тәүгә күрештек. Унан, һеҙгә кешеләр ошолай рәхмәт белдерергә йыш киләләрме, тип һоранылар. Ул, йылмайып, 30 йыл эсендә беренсегә, тине. Хәҙер Андрей Викторович Мәскәүҙәге Д.Д. Плетнёв исемендәге ҡала клиник дауаханаһында эшләй.
Мин бөтә кесе медицина персоналын да иҫләйем: Зоя, Сима, Андрей, Виктор – бөтәгеҙгә лә рәхмәт!" – тип яҙған Рөстәм Нәбиев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото:.instagram.com/rustam_nabiev92
Автор: Гульдар Булякбаева-БиргановА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-st-m-ot-ariusi-ina-r-hm-t-yterg-bar-i-811574/
Читайте нас: