Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
29 Май 2021, 11:26

82 йәштә лә подиумдарҙа йөрөп була!

“Флүрә апайым, күптән hикhәндең елкәhенә hуғып, туҡhанының артынан баҫтырып сығып китhә лә, йәшлегенән айырылырға теләмәй. Күптән түгел Санкт-Петербургта үткән юғары мода фестиваленән еңеү яулап ҡайтты әле ул. Уға ҡәҙәре Мәскәүҙә сығыш яhaғайны”.

тип яҙған коллегабыҙ Сибәғәт Рахманғолов үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә.
Беҙ уның шундай шәп апаһы – Флүрә Ҡәҙерғолованың үҙе менән бәйләнешкә сығып, уның менән яҡынданыраҡ таныштыҡ.
Флүрә Ғаяз ҡыҙына февралдә 82 йәш тулған. Әммә уға был йәште бер кем дә бирмәй. “Һуңғы сәфәремдә самолетҡа ултырыр алдынан аэропорттағы ҡыҙ ҙа башын сайҡап: “Шикарно!” – тине. Әлбиттә, бындай комплименттар күңелгә май булып яғыла”, - тип шаярта Флүрә ханым.
Бөтә ғүмерен иҡтисад өлкәһенә арнаған Флүрә Ғаяз ҡыҙы көн һайын физик күнекмәләр яһай, пандемияға тиклем фитнесҡа даими йөрөгән.
– Мейе эшмәкәрлегенә файҙаһын уйлап, француз теле дәрестәренә йөрөй башланым. Оло йәштәгеләр ҡатнашлығындағы бер сарала гитара сыңы оҙатыуында француз телендә шиғыр һөйләнем. Шунда модельер Елена Лоҡманова менән таныштым. Ул миңә күргәҙмә-сығыштарҙа ҡатнашырға тәҡдим итте. Тәүге тапҡыр ВДНХ-ла үткән сарала күлдәктәр күрһәттек. “Ветерандар клубы” ойошторған саралар ваҡытында йыш сығыш яһайбыҙ. Бына күптән түгел Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта билдәле кутюрье Георгий Блектың ижад өлгөләре булған өҫ кейемдәрен күрһәтеп ҡайттым. Кутюрье миңә рәхмәтен һәм хөрмәтен белдереп, шәхси коллекцияһынан күлдәк бүләк итте, – тип һөйләне Флүрә ханым.
Йәшәүҙән йәм табып, үҙе лә уны йәмләп йәшәгән Флүрә Ғаяз ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, һәр ваҡыт шулай күңел көрлөгө ташламауын, йәш, дәртле күңелле булып ҡалыуын теләйбеҙ!
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/82-y-sht-l-podiumdar-a-y-r-p-bula-810477/
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: