Даирә
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Май 2021, 08:25

Күп яҡлы талант эйәһе

Һәр сәғәттең, һәр минуттың ҡәҙерен белә торған кешеләр була. Бындайҙар ваҡытты юҡ-барға үткәрмәйенсә, әллә күпме файҙалы эш эшләп өлгөрә. Улар үҙҙәре өсөн генә йәшәмәй, халыҡ өсөн дә тырыша. Олокүл ауылында йәшәүсе Әлфәрит Ширғазин ана шундайҙарҙан.

Уны, моғайын, белмәгән кеше һирәк­тер. Ул – дин әһеле, эшҡыуар, риэлтор, спортсы (шахматсы, тенниссы), баянсы, йырсы, тамада, психология фәне менән ҡыҙыҡһына, китаптар уҡырға ярата... Бер кеше нисек шул тиклем эштәрҙе баш­ҡа­рып өлгөрә икән, тип аптыраныҡ. Баҡ­тиһәң, алдан планлаштырыу буйынса йә­шәһәң, бар нимәгә лә өлгөрөп була икән!

Эйе, Әлфәрит Ширғазин – рай­о­ныбыҙҙың күптәргә өлгө булған булдыҡлы ир-егеттәренең береһе. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәл тап уның хаҡында тиерһең.
Әлфәрит Минихәй улын тиҙ генә осратып булманы. Уның һәр сәғәте алдан планлаштырылған булып сыҡты. Ваҡыт бүлеп, әңгәмәгә риза булды. Осрашыуҙың теүәл сәғәтенә килергә тура килде. Ул тыумышы менән Миәкә районынан. Ғаилә Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсенеү сәбәпле, малай башланғыс кластарҙан уҡ Стәрлетамаҡта уҡый. 1-се кластан мәктәп сараларында сығыш яһай. Музыка мәк­тәбендә лә шөғөлләнә, хорҙа йырлай, унда солист була. Артабан талантлы малайҙы Өфөнөң һәләтле балалар уҡыған музыка лицейына ебәрәләр. Бында төплө музыка белгеслеге ала, 10 йәштән баянда уйнарға, Иоганн Себастьян Бах, Людвиг ван Бетховен, башҡорт композиторҙары ижад иткән әҫәрҙәрҙе өйрәнә. 11-се класты тамам­лағандан һуң, З.Исмәғилев исе­мен­дәге сәнғәт академияһына уҡырға инә. Уҡыу йортонда фортепьяно, солфеджио, дирижерлыҡ, гармония һәм башҡа дәрес­тәрҙә шөғөлләнә. Әммә был юғары уҡыу йортонда уҡыуҙы ваҡытлыса туҡтатып торорға тура килә (шулай ҙа, һәр нимәне аҙағына еткерергә кәрәк тип тапҡан егет уны бер нисә йылдан һуң ситтән тороп тамамлай). Бәлки Хоҙай ҡушыуылыр, юлында ул дин әһелен осрата һәм мәҙ­рәсәгә уҡырға бара.
- Уҡып бөтөп килгәндә Замир хәҙ­рәт Олокүлдең иман йортонда Ураҙа ғәйе­тен уҙғарырға кәрәк тигәс, килеп үткәр­ҙем. Аҙаҡ Ҡорбан байрамына саҡырҙылар. Халыҡ оҡшатты, ҡал, тиҙәр. Шулай итеп, бында эшләргә килдем. Был саҡта миңә ни бары 22 йәш ине. Инде күпме йылдар үткән, хәҙер Олокүл, ғөмүмән, дөйөм ра­йон миңә шул тиклем яҡын, - тип һөйләне ул.

Был йылдарҙа мәсеткә ҙур өлөш индереп, халыҡ менән бергәләп күпме дини байрамдар, йома намаҙҙары үткәр­гән, теләгәндәргә ғәрәп телен өйрәнергә ярҙам иткән, хатта 1995-1996 уҡыу йылында урындағы мәктәптә 6-сы класс уҡыусыларына ғәрәп теле дәрес­тәрен уҡыта. Киләһе йылдан алып, өс йыл ошонда уҡ музыка дәрестәрен алып бара.

Бер урында ғына тора торған кеше түгел ул Әлфәрит хәҙрәт. Һәр саҡ заман менән бергә атлай, камиллыҡҡа ынтыла. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн тәҡдим булғас, баш тартмай. Бер саҡ бажа­һы бер нисә районды үҙ эсенә алып, “Бель­ский курьер” реклама гәзитен аса, бергәләшеп эшләйҙәр. Бажаһының теләге бөтә республика буйынса хеҙмәттәшлек итеү була. Шул тиклемгә өлгөрөргә лә кәрәк бит, тип, баш тарта һәм артабан айырылып, Ҡырмыҫҡалы һәм күрше райондарҙы үҙ эсенә алып, хәҙер инде күптәр белгән һәм иғлан биргән “Города и районы” реклама гәзитен асып ебәрә. Уның халыҡҡа бушлай тарата торған гәзитен халыҡ белә, ярата, иғландар бирә, даими клиенттары бар. Әйтеүе генә анһат, ни тиклем тырышлыҡ, иғтибарлыҡ талап ителә. Үҙе ойоштороусы, үҙе иғлан алыусы, үҙе йыйыусы, үҙе водитель - гәзитте Өфө­ләге типографиянан барып ала һәм бер нисә райондарҙың магазиндары буйлап тарата.
Үҙендә сикһеҙ ышаныс булған, эшҡы­уарлыҡта тәжрибә туплаған тынғыһыҙ, дәрт-дарманлы ир бик яуаплы, быға тик­лем белмәгән риэлторлыҡ хеҙмәте менән дә шөғөлләнергә ең һыҙғанып тотона. Ул таныш-белештәргә фатирҙар, йорттар һатыу-алыуҙа ярҙам итә. Кешеләр мутлашыусылар, намыҫһыҙҙарҙан алда­нып ҡуймаһын өсөн бар көсөн һалып тырыша. Изге эш аша кешеләргә файҙа килһен, тигән уйҙа ул.

Талантлы, йыр-моң яратҡан Әлфәрит Ширғазин күңел талабы буйынса сәхнәне лә ташламай. Мәҙәниәт йортонда баянда уйнап, йырлаған моңло тауышлы ирҙең сығышы тамашасының күңеленә хуш килә. Музыкаға һәләте арҡаһында тамада хеҙмәтенән дә баш тартмай ул. Әйткән­дәй, әлеге көндә уның үҙе көй һалған 50 йыры ла бар.

Һәр нимәгә өлгөр Әлфәрит Минихәй улы ваҡыт табып, районда уҙғарылған шах­мат һәм спорт ярыштарында ла ҡатнашыуҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Ул һәр саҡ призлы урындар алыуҙы маҡсат итеп ҡуя һәм теләгенә ирешә лә.
Ширғазин тыумышы менән танылған изге Нарыҫтау яғынан. Күреп-ишетеп тора, бында шифалы һыу артынан халыҡ ағымы туҡтамай. Кемдәр барырға теләп тә транспорт мәсьәләһе буйынса бара алмай икән, уларҙы шунда алып барырға кәрәк тигән идея килә уның башына. Сөнки кешене ышаныс та йәшәтә бит. Ул иғлан биреп, изге хыялын тормошҡа ашыра: сырхауҙарға һауығырға ярҙам булһын өсөн ихлас күңеленән ваҡытын бүлә. Уның һүҙҙәре буйынса, кешеләр рәхмәтен алып йәшәргә кәрәк.

Ҡатыны Рәмзиә Зәй­нулла ҡыҙы менән ике улға ғүмер бүләк иткәндәр. Өлкәне Мөс­­лим Өфө дәүләт нефть- техник универ­ситетын, кесеһе Ди­нис­­лам Өфө дәүләт ави­ация-техник уни­верси­те­тын тамам­лаған. Улар барыһы ла ғаилә баш­лығының һәр эшен, баш­­ланғысын хуплап торалар.

Әлфәрит Минихәй улы юлында осраған ауырлыҡтарҙы еңеп, ты­рышлығы, ваҡыт­тың ҡәҙерен белеүе ар­ҡаһында матур уңыш­тарға өлгәшә. “Ғүмерҙе бушҡа сарыф итмә­йен­сә, бөтә хыялдарҙы тор­мошҡа ашырырға була, тик теләк кенә булһын”, - ти ул. Һәләтле лә, маҡсатлы ла, иреклеккә, аҡса табыуға ынтылған ир һәр башланғысын бисмил­ла­нан башлап, алға ынтыла. Ерҙә ныҡлы баҫып торған Әлфәрит Ширғазин ғаи­ләһен матди яҡтан тәьмин итеү генә түгел, иғәнә ярҙамында, хәйриә акцияларында ла ҡатнаша.

Эйе, ҡыйыуҙар, баҙнатлылар, тәүәк­кәлдәр һәм ҡыйыуҙар ғына эшҡыуар була шул. Эште тырышып эшләй белһәң, һәр береһе уңыш килтерә, һөҙөмтә буласаҡ.
Күп яҡлы талант эйәһе, һәләтле Әл­фәрит Ширғазинға бәхетле оҙон ғүмер һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Эльнара Шаймарҙанова фотоһы.
Реклама хоҡуғында.
Читайте нас: