Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
25 Май 2021, 14:20

Манижа ла Фольклориадаға килә...

Республикала Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек эштәре дауам итә.

Ул 2 июлдән 11 июлгә тиклем дауам итәсәк. 79 ил сарала ҡатнашасаҡтарын белдерҙе.
Көн һайын концерттар Фольклориадала ҡатнашыусылар сығыштарынан башланып, сараға саҡырылған танылған коллективтар сығышы менән тамамланасаҡ. Шуларҙың бер нисәһе: ”Русская песня” ансамбле, Кубань дәүләт академик казак хоры, “Вайнах” чечен дәүләт бейеү ансамбле, Франция, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең рок - төркөмдәре. Өҫтәүенә республикаға Евровидение конкурсында ҡатнашҡан йырсы Манижаның килеүе көтөлә.
Байрам баш ҡаланан тыш, 22 муниципалитетта дауам итәсәк. Фестивалдә ҡатнашыусылар отелдәрҙә һәм шифаханаларҙа йәшәйәсәк. Форум эшендә 600-ҙән ашыу ирекмән ярҙам итәсәк. Оло байрамды ябыу тантанаһы “Торатау” конгресс-холының асыҡ амфитеатрында үҙасаҡ. “Роспотребнадзор” менән берлектә санитар-гигиена һәм эпидемиологик саралар планы эшләнгән, иҫкәртеү, тест үткәреү эштәре күҙаллана, байрамда ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың именлеге һәм хәүефһеҙлеге тәьмин ителәсәк, тип ышандыра ойоштороусылар.
Фото:mamadysh-rt.ru
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: