Китаптар донъяһы шундай мөғжизәле, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналы, серле бер һандыҡ һымаҡ. Һәр бер яңы серен асҡан һайын, тағы ла нығыраҡ серлеләнә төшә, үҙенең икһеҙ-сикһеҙ киңлектәренә әйҙәй. Китапхана серле донъя булһа, китапханасы - шул серҙе сисергә ярҙам итеүсе. Уларҙың эше кәштәнән китап алыу биреү менән генә сикләнмәй. Был өлкәлә эшләүселәргә халыҡтың күңелен рухи яҡтан байытыу, аң-белемгә әйҙәү өсөн педагог та, психолог та, телсе лә, әҙәбиәтсе лә булырға тура килә.
Китапхананың төп байлығы китаптар, ә иң ҡәҙерлеһе – уларҙы уҡырға яратыусыларҙың булыуы. Бөгөн уҡыусылар юҡ, тип зарланырға яратһаҡ та, китап һөйөүселәр аҙ, тип әйтергә тел әйләнмәй. Риф Абакачев, Миңнифә Хөсәйенова, Миниса Ишембаева, Фәүзиә Абакачева, Камил Мәхмүтов – беҙҙең даими уҡыусыларыбыҙ. Үҫеп килеүсе быуында китапҡа һөйөү тәрбиәләү, белемдәрен тәрәнәйтеү өсөн мәғлүмәти дәрестәр, әҙәби сәғәттәр уҙғарыла, шул рәүешле күңелдәренә асҡыс табырға тырышабыҙ. Теләгем бер: уҡыусылар китапхананан ситләшмәһен, шул ваҡытта улар мәктәптә лә яҡшы уҡырҙар, тормошта ла үҙ урындарын дөрөҫ табарҙар, - ти Раушания Камил ҡыҙы.