Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан уҙғарылған “Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” I төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Иҫке Бәпес ауылының башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур көс һалған райондың “Йәйғор” балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы еңеүсе булды. Ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Фәнил Гәрәев.