Даирә
+17 °С
Облачно
Афарин!
18 Апреля 2021, 08:16

Афарин, Айнур!

Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡыусыһы Айнур Ғәлиев "Торатау" конгресс ү-холында үткән Ир-егеттәр форумында "Ир-егеттәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһының инициаторы һәм ойоштороусыһы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тарафынан ҡиммәтле ҡул сәғәте һәм Маҡтау ҡағыҙы, ә уның атаһы Айрат Исламетдин улы Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Айнур "Минең атайым - минең батырым" республика иншалар конкурсында ҡатнашып, 500 бәйгесе араһынан еңеүсе исеменә лайыҡ булды. "Бик тырыш, аҡыллы малай. мәктәп, район, республика, хатта Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнаша, спорт менән шөғөлләнә, "4" һәм "5" билдәләренә генә өлгәшә", - ти уның тураһында уҡытыусыһы Рәмилә Филарит ҡыҙы Исхаҡова.
Айнурҙы ҡотлайбыҙ, артабан да шулай тырыш бул, тормошоңда еңеүҙәр оҙатып барһын!
Читайте нас