Даирә
+34 °С
Ясно
Афарин!
16 Апреля 2021, 04:40

Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын!!!

Ошо яҙғы йәмле көндәрҙә Ибраһим ауылынан Миңлерәшиҙә Дауытова үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләй.Миңлерәшиҙә Сөләймән ҡыҙы Дауытовтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Кесе йәштән үк ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙамлаша, үҙенән кесе биш туғанын ҡараша. Бик иртә әсәһен юғалтҡанға күрә, уның иңенә барлыҡ туғандарын ҡарау бурысы төшә. Барлыҡ ғүмерен туғандарына һәм яҡындарына бағышланғалырмы, үҙ ғаиләһен ҡороу уға насип булмай.

Ҡырҡ йылдан ашыу Фрунзе исемендәге колхозда сөгөлдөрсө булып эшләй. Ғүмер буйына мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Ауылдаштары уның хаҡында тик йылы һүҙҙәр менән генә телгә ала.
Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул бик теремек, ҡаланан ҡайтҡан туғандарын ҡаршы алып, оҙатып ҡала.
Миңлерәшиҙә Сөләймән ҡыҙын беҙә юбилейы менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, именлек теләйбеҙ.
Читайте нас