Бына бишенсе тәүлек инде ирекмәндең йүнләп йоҡлағаны юҡ, ул һыу баҫҡан биләмәләге кешеләргә ярҙам итә. Һыу, аҙыҡ-түлек ташыуҙан тыш, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара. Водитель иптәштәренән резина кәмә алып, халыҡты ҡоро ергә сығара. Хәүефле зонанан бер көндә генә өс-биш йәшлек ике баланы һәм яңы тыуған сабыйы менән ғаиләне, өлкән ҡатынды алып сыға.
“Бер нисә рейс яһарға тура килә. Тәүҙә тракторҙа барабыҙ, транспорт үтә алмаған ерҙә кәмәгә күсеп ултырабыҙ. Әйберҙәрҙе тәҙрә аша алабыҙ”, - ти ирекмән. Уның иҫәбендә- ҡотҡарылған өс сабый, 13 кәзә, биш һарыҡ, ике эт һәм бесәйҙәр. Ирекмәндең оҙаҡ һөйләшергә ваҡыты юҡ, ул кешеләргә һыу килтерергә ашыға...