Иртәгә, 7 апрелдә, киске сәғәт 8-ҙә Өфөләге Music hall27 майҙансығында Ришат Рәхимов үҙенең беренсе концерты менән сығыш яһаясаҡ. Сараға Zainetdin, Артур Кусимов, Эдуард Хөснөтдинов саҡырылған. Концерт бик сағыу буласаҡ, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар: унда заманса йырҙар, шулай уҡ милли ҡоралда башҡарылған композициялар яңғыраясаҡ.