Даирә
+17 °С
Облачно
Афарин!
1 Апреля 2021, 06:06

Өйөгөҙҙө йәмләргә теләһәгеҙ, “Розала” ательеһына рәхим итегеҙ

Ҡырмыҫҡалы район үҙәгендәге “Ихлас” сауҙа йортонда урынлашҡан “Розала” ательеһында һәр беребеҙҙең йортон биҙәп тороусы зауыҡ менән тегелгән аллы-гөллө ҡорғандарҙы һайлап алырға мөмкин. Уның хужабикәһе – Ҡырмыҫҡалы ауылынан Роза Мәмбәтова. Роза Сәлих ҡыҙы бынан 15 йыл элек, әле эшҡыуарлыҡ ныҡлап үҫешмәгән ваҡытта, универмаг бинаһында бер бүлмәне ҡуртымға алып, үҙ бизнесын асырға тәүәккәллек итә һәм ҡорғандар тегеү менән шөғөлләнә башлай.

Хәҙер инде ул – үҙ эшенең бар нескәлектәрен белгән тәжрибәле эшҡыуар. Ләкин ҡатынға аяғына ныҡлы баҫып киткәнсе, байтаҡ юл аша үтергә тура килә.
Роза Сәлих ҡыҙы Кучаева беҙҙ­ең районға Ырымбур өл­кә­һенән килен булып төшә. Тормош ип­тәше Марат Йәүҙәт улының да тамырҙары Ырымбур яҡтарынан. Хәҙерге көндә ике яҡтың да туған­дары Ҡырмыҫҡалыла төпләнеп эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр.
Йәштәр өйләнешкәндән һуң кредитҡа иҫке генә йорто булған ер биләмәһен һатып ала. Һуңыраҡ ире Марат менән кәңәш­ләшкән­дән һуң, үҙҙәренә бирелгән ер биләмәһен һатҡан аҡсаға уни­вермаг бинаһында ҡуртымға бүлмә алып, өҫ кейемдәрен тегә һәм ремонтлай башлай. Бында уның Ырымбур өлкәһендәге 59-сы һө­нәрселек училищеһында, ВТУ технология институтында иҡти­садсы, тегенсе курстарында алған белемдәренең кәрәге тейә. Ар­та­бан эшҡыуар ҡорғандар һәм сел­тәр­ҙәр алып ҡайтып һата башлай. Үҙе тегенсе лә, бухгалтер ҙа, һа­тыусы ла эштәрен башҡара.
- Тегеү эшенә әүәҫлегем өлә­сәйемдәрҙән киләлер, сөнки нәҫе­лебеҙҙә барыһы ла уҡытыу­сылар һәм башҡа һөнәр эйәләре. Мин бала саҡтан тегергә яраттым. Хатта, әсәйем иҫке пальтолар, костюм­дар­ҙы үҙгәртеп тегергә рөхсәт бир­мә­гәнлектән, комиссион мага­зин­ға барып, моданан сыҡҡан кейем­дәр һатып алып, боҙоп тегә инем. Сы­ғарылыш кисәһенә тәүге кос­т­ю­мымды ла үҙем тегеп кейҙем, - тип көлөп иҫкә ала Роза Сәлих ҡыҙы .
Хәҙер инде ул “Ихлас” сауҙа йортонда ике бүлмәне ҡуртымға алып, эшен киңәйткән. Бер бүлмә­һендә төрлө-төрлө сағыу ҡорған­дар һәм селтәрҙәр һатһа, икенсе бүлмәлә ҡалған тауарҙарҙан әҙер аш-һыу бүлмәһе селтәрҙәре, ҡор­ғандар тегә­ләр, кейемдәрҙе ре­монт­лайҙар. Был эштә уға Свет­лана Мырҙа­бае­ва һәм Зөлфиә Хә­сәнова ярҙам итә. Светлана Өлфәт ҡыҙы һатып алыусы­ларға селтәрҙәр һәм ҡорғандар һайлап алырға ярҙам итһә, Зөлфиә Вәсим ҡыҙы тегеү эше менән булыша.
“Заман алға киткән һайын беҙҙең эшмәкәрлектә лә яңы алым­дар, яңы технологиялар бар­лыҡ­ҡа килә. Уларҙы үҙ һөнәре­беҙҙә ҡулланырға, клиенттарҙы яңынан-яңы өлгөләр менән ҡы­уан­дырырға тырышабыҙ”, – тип ҡорғандар донъяһы менән таныш­тыра хужабикә.
Төрлө төҫтәге, төрлө туҡыма­ларҙан тегелгән күҙҙең яуын алыр­лыҡ ҡорғандар, селтәрҙәр ара­һы­нан һәр кем үҙ зауығына, фи­нанс мөмкинлегенә тап килерл­ек, күңеленә оҡшағанын һайлап за­каз бирә ала. Ательеның ассорти­менты бик бай – туҡымаларҙан тыш, ептәр, таҫмалар, төймәләр, ҡул эштәре менән шөғөл­ләнеү­селәргә күп төрлө кәрәк-яраҡ, фурнитура һәм башҡалар бар.
- Туҡымаларҙы Чебоксарҙан, Мәскәүҙән “Эшлекле линия” тран­спорт компанияһы аша яҙҙы­рып алабыҙ. Килгән материал­дар­ҙы Өфөнән барып алабыҙ, ә Һамар өлкәһенән тауарҙы үҙҙәре кил­тереп биреп китә.
Ҡайһы бер һатып алыусылар интернетта күргән селтәр йәиһә ҡорғандың фотоһүрәтен килтереп күрһәтә. Мин уларҙың һорауы буйынса заказ яһап, нәҡ шундай тауар алып ҡайтырға тырышам. Шәхси клиенттарҙан тыш, төрлө учреждение, ойошмалар менән дә хеҙмәттәшлек алып барабыҙ, - ти Роза Сәлих ҡыҙы.
“Розала” ательеһы йыш ҡына төрлө акциялар үткәреп тора. Шу­лай, 1 апрелдән 30 апрелгә тик­лем барлыҡ тауарҙарға һәм әҙер изде­лие­ларға 15 процент ташлама бу­ласаҡ. Мөмкинлектән файҙа­ла­нып ҡалырға ашығығыҙ. Бында шулай уҡ теләгән әйбереңде банк ҡатнашлығынан башҡа бүлеп тү­ләү юлы менән дә һатып алырға мөмкин.
Роза Сәлих ҡыҙы ғаиләһендә лә уңған хужабикә. Төҙөлөштә эшләгән тормош иптәше Марат Йәүҙәт улы менән кирбестән ҙур, иркен йорт һалалар. Улдары Са­лауат 6-сы класта уҡый, ҡыҙҙары Сафияға - 5 йәш.
“Үҙ эшеңде асыу өсөн иң элек теләк, ныҡышмалылыҡ, тәүәк­кәл­­­лек кәрәк. Бар нимәне атай-әсәй­ҙән, йәиһә дәүләттән көтөп ултыр­һаң, бер нимәгә лә ирешеп булмай.
Киләсәктә эшемде тағы ла ки­ңәйтергә теләйем. Был ниәтебеҙ килеп сыҡһа, өҫтәлмә эш урын­дары ла буласаҡ”, - тине хушлаш­ҡанда Роза Сәлих ҡыҙы.
Афарин, тиергә генә ҡала. Бар­лыҡ хыялдарығыҙ тормошҡа аш­һын.
Һеҙҙе Ҡырмыҫҡалы ауылы “Их­лас” сауҙа йортонда көтөп ҡа­лабыҙ. Т.: 8-927-63-71-086.
Гөлсәсәк Аласова.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотолары.
Реклама хоҡуғында.
Читайте нас